‏ Psalms 118

(Алеф)

1Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр,
Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр
Был мәҙхиә акростих ысулы менән яҙылған. Тәүге һигеҙ аят – алеф, икенсе һигеҙе бейт хәрефенә һ. б.: йәһүд алфавитының егерме ике хәрефенең һәр береһенә һигеҙәр аят.
.
2Бәхетле Уның күрһәтмәләрен тотҡандар,
Бар булмышы менән Уны эҙләгәндәр!
3Улар яман ғәмәл ҡылмаҫ,
Раббы юлдарынан йөрөр.
4Һин өгөт-нәсихәт бирҙең,
Уларға тоғро булырға бойорҙоң.
5Ҡағиҙәләреңә тоғро ҡалыр өсөн
Тотҡан юлымда тәүәккәл булһам ине!
6Бөтә бойороҡтарыңдан күҙемде алмаҫ,
Шул ваҡытта һис оятҡа ҡалмаҫ инем.
7Ғәҙел ҡарарҙарыңды өйрәнеп,
Саф күңелдән Һиңә рәхмәттәр уҡырмын.
8Һинең ҡағиҙәләреңде тотам,
Мине һис ҡасан ташлама, Раббым!

(Бейт)

9Нисек юлын пак килеш һаҡлар йәш кеше?
Бары Һинең һүҙҙәреңде тотоп ҡына.
10Бөтөн булмышым менән Һине эҙләйем,
Бойороҡтарыңдан тайпылырға юл ҡуйма!
11Һинең алдыңда гонаһлы булмаҫ өсөн,
Һүҙҙәреңде йөрәгемдә һаҡлайым.
12Йә Раббы, Һин мөбәрәкһең!
Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт.
13Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр ҡарарҙы
Телем минең һөйләп торор.
14Күрһәтмәләрең буйынса йәшәгәнемә һөйөнәм,
Хазина тапҡандай булам.
15Нәсихәттәрең тураһында уйланам,
Юлдарыңдан күҙемде алмайым.
16Ҡағиҙәләрең менән йыуанам,
Әйткән һүҙҙәреңде онотмайым.

(Гимел)

17Мин ҡолоңа яҡшылыҡ ҡыл да йәшәйем,
Әйткәндәреңә тоғро ҡалайым.
18Күҙҙәремде ас, ҡануныңдың
Мөғжизәләрен күрәйем.
19Был донъяла мин мосафир ғына,
Бойороҡтарыңды беләйемсе.
20Хаҡ хөкөмдәреңде көҫәп,
Йәнем талсыға һәр ваҡыт.
21Бойороҡтарыңдан тайпылған
Ләғнәтле тәкәбберҙәрҙе ауыҙлыҡланың.
22Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал,
Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.
23Түрәләр йыйылып миңә мәкер ҡора,
Ә мин, ҡолоң, ҡағиҙәләрең хаҡында уйланам.
24Өгөттәрең – минең һөйөнөсөм,
Улар минең кәңәшселәрем.

(Далеҫ)

25Хәлһеҙләнеп тупраҡҡа йығылдым,
Вәғәҙәңә күрә ҡабаттан йәшәү бирһәңсе!
26Үткән юлдарымды һөйләнем, яуап ҡайтарҙың;
Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт!
27Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр,
Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым.
28Хәсрәттән өҙөлә эс-бауырым,
Вәғәҙәңә күрә, мине нығыт!
29Ялған юлдан мине йыраҡлаштыр,
Илтифат менән миңә ҡануныңды өйрәт.
30Мин хәҡиҡәт юлын һайлап алдым,
Ҡарар-хөкөмдәрең – йөрәгемдә.
31Һинең күрһәтмәләреңә күңел бирҙем,
Йә Раббы, оятҡа ҡалырға юл ҡуйма!
32Һин бойорған юлдан йүгерәмен,
Йөрәгемә төшөнөү бирәһең.

(Һе)

33Ҡағиҙәләрең ҡушҡан юлдан йөрөргә өйрәт, Раббы,
Уларҙы мин һәр ваҡыт тотормон.
34Аҡыл бир миңә, ҡануныңды үтәрмен,
Ысын күңелдән уны ғәмәлгә ашырырмын.
35Бойороҡтарың һуҡмағынан етәклә мине,
Мин унан ләззәт табамын.
36Йөрәгем хәрәм малға әүрәмәһен,
Уны күрһәтмәләреңә табан йүнәлт.
37Күҙҙәремде ығы-зығыларҙан биҙҙер,
Мине Үҙ юлыңда йәшәт.
38Үҙеңдән ҡурҡҡандарға биргән һүҙеңде
Мин ҡолоң өсөн бойомға ашыр.
39Үҙем ҡурҡҡан хурлыҡтан алыҫ тот мине,
Ҡарар-хөкөмдәрең игелекле Һинең.
40Мин өгөт-нәсихәттәреңә сарсайым,
Хаҡлығың солғанышында йәшәт!

(Уау)

41Йә Раббы, мөхәббәтеңде күрһәт,
Әйткәнеңә күрә ҡотҡар мине!
42Шул саҡ мине хурлағанға
Лайыҡлы яуап табырмын,
Сөнки Һинең Һүҙеңә инанам.
43Хәҡиҡәт һүҙҙәрен ауыҙымдан тартып алма,
Ҡарар-хөкөмдәреңә өмөт бағлайым.
44Мин Һинең ҡануныңа һәр ваҡыт,
Мәңге-мәңге тоғролоҡ һаҡлармын.
45Иркенләп баҫып йөрөйөм,
Сөнки өгөт-нәсихәттәреңде үтәргә тырышам.
46Күрһәтмәләрең хаҡында батшаларға һөйләрмен,
Һис тә оялып тормаҫмын.
47Бойороҡтарың минең өсөн шатлыҡ,
Мин бит улар менән зауыҡланам.
48Мин яратҡан бойороҡтарыңа табан ҡул һуҙам,
Һинең ҡағиҙәләрең тураһында уйланам.

(Зайн)

49Иҫеңдә тот мин ҡолоңа әйткән вәғәҙәңде,
Уның менән миңә өмөт бирҙең.
50Ғазап сиккәндә ул йыуанысым минең,
Һинең һүҙең миңә йәшәү бирә.
51Хаяһыҙҙар мине бик хурланы,
Әммә Һинең ҡануныңдан тайпылманым.
52Боронғонан килгән ҡарар-хөкөмдәреңде, йә Раббы,
Хәтерләйем, уларҙан йыуаныс табам.
53Ҡануныңды ташлаған яуыздарҙы күрһәм,
Мине ярһыу биләп ала.
54Мин килмешәк булып ғүмер һөргән ерҙә
Ҡағиҙәләрең минең өсөн йыр кеүек.
55Төндәрен исемеңде ҡабатлайым, йә Раббы,
Һинең ҡануныңа тоғро ҡалам.
56Был минең ғәҙәтемә әйләнде,
Ҡағиҙә-ҡанундарыңды ғәмәл ҡылам.

(Хеҫ)

57Йә Раббы, Һин – минең насибым,
Һүҙеңдән сыҡмаҫҡа вәғәҙә бирәм.
58Һиңә бар булмышым менән доға ҡылам,
Вәғәҙәңә күрә ҡыҙған мине.
59Тотҡан юлым хаҡында уйландым,
Аҙымымды күрһәтмәләреңә күрә баҫам.
60Бойороҡтарыңды үтәргә ашығамын,
Оҙон-оҙаҡҡа һуҙманым.
61Залимдар мине арҡан менән сорнаны,
Әммә Һинең ҡануныңды онотмайым.
62Һинең ғәҙел хөкөмдәрең өсөн
Төн уртаһында тороп та шөкөр ҡылам.
63Һинән ҡурҡҡандар, хөрмәт иткәндәр,
Нәсихәттәреңә тоғролар менән мин дуҫмын.
64Ер йөҙө тоғро мөхәббәтең менән тулы, йә Раббы,
Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә!

(Теҫ)

65Йә Раббы, биргән вәғәҙәңә тоғро ҡалып,
Мин ҡолоңа күп яҡшылыҡ ҡылдың.
66Миңә зиһен һәм белем бир, Раббы,
Һинең бойороҡтарыңа ышанам.
67Ғазапҡа тарығаныма тиклем аҙашҡанмын,
Ә хәҙер Һинең һүҙеңде ныҡ тотам.
68Һин миһырбанлы, ғәмәлең игелекле,
Мине ҡағиҙәләреңә өйрәт.
69Тәкәбберҙәр миңә яла яға,
Әммә мин бөтөн булмышым менән
Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бойомға ашырам.
70Уларҙың йөрәктәрен май бөргән,
Ә мин иһә ҡануныңдан зауыҡ алам.
71Ғазап сигеүем тик яҡшыға булды,
Һинең ҡағиҙәләреңде өйрәндем.
72Ауыҙыңдан сыҡҡан ҡанун минең өсөн
Меңәрләгән алтын-көмөштән ҡиммәтерәк.

(Йод)

73Һинең ҡулдарың яратҡан мине, бар ҡылған,
Инде бойороҡтарыңды өйрәнергә зирәклек бир.
74Һинән ҡурҡҡандар мине күреп ҡыуанһын,
Сөнки мин Һинең һүҙеңә өмөт бағлайым.
75Беләм, Раббы, хөкөмдәрең ғәҙел,
Миңә яза биргәнеңдә Һин хаҡ инең.
76Мин ҡолоңа биргән вәғәҙәңә күрә,
Тоғро мөхәббәтең йыуанысым булһын.
77Миңә шәфҡәтле бул һәм йәшәйем,
Ҡануның Һинең – ләззәтем сығанағы.
78Мине сәбәпһеҙ рәнйеткән өсөн
Хаяһыҙҙар оятҡа ҡалһындар,
Ә минең уйымда Һинең өгөт-нәсихәтең булыр.
79Эргәмә Һинән ҡурҡҡандар,
Күрһәтмәләреңде белгәндәр йыйылһын.
80Мәсхәрәгә тороп ҡалмаҫ өсөн,
Йөрәгем ҡағиҙәләреңә күрә камил булһын.

(Каф)

81Ҡотҡарыуыңды көҫәп эсем өҙөлә,
Әйткән һүҙеңә өмөт бағлайым.
82Вәғәҙәңде көтә-көтә күҙ нурҙарым бөтә,
Ҡасан мине тынысландырырһың?
83Төтөндә ҡарайып, кибеп бөткән турһыҡ һымаҡ булдым,
Шул хәлдә лә ҡағиҙәләреңде онотманым.
84Мин ҡолоңа әле оҙаҡ көтөргәме?
Йәберләүселәремде ҡасан хөкөм итерһең?
85Тәкәбберҙәр миңә соҡор ҡаҙынылар,
Улар Һинең ҡануныңа буйһонмайҙар.
86Һинең бөтә бойороҡтарың – ышаныслы,
Мине нахаҡҡа эҙәрләйҙәр, ярҙам ит!
87Саҡ ҡалдылар мине ер йөҙөнән юҡ итмәйсә;
Әммә нәсихәттәреңде ташламаным.
88Тоғро мөхәббәтеңә күрә йәшәү бир миңә,
Ауыҙыңдан сыҡҡан күрһәтмәләреңә тоғро ҡалайым.

(Ламед)

89Йә Раббы, Һинең һүҙең мәңгелек,
Ул күктәрҙә һис ҡаҡшауһыҙ тора.
90Тоғролоғоң быуындан-быуынға дауам итә;
Ерҙе Һин урынлаштырҙың һәм ул ныҡ тора.
91Һинең ҡарарҙарыңа буйһонғанға күрә,
Бар нәмә хәҙергә тиклем тора, Һиңә хеҙмәт итә.
92Әгәр ҡануның миңә ләззәт булмаһа,
Күптән инде хәсрәтемдән үлер инем.
93Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бер ваҡытта ла онотмам,
Сөнки улар менән мине йәшәтәһең.
94Мин – Һинеке, мине ҡотҡарһана,
Өгөт-нәсихәттәреңә ынтыламын.
95Залимдар мине һәләк итер өсөн һағалай,
Мин иһә күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөтәм.
96Күрҙем: һәр камиллыҡтың сиге бар,
Тик ҡануның ғына икһеҙ-сикһеҙ.

(Мем)

97Нисек яратам мин ҡануныңды!
Көн оҙоно уның хаҡында уйлайым.
98Бойороҡтарың дошмандарымдан аҡыллы итә,
Улар мәңге минең менән.
99Күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөткәнгә,
Барса остаздарымдан зирәгерәк булдым.
100Аҡһаҡалдарҙан зиһенлерәкмен,
Сөнки Һинең нәсихәттәреңә таянам.
101Һинең һүҙҙәреңә тоғро ҡалам,
Яман юлға аяғымды баҫмам.
102Хөкөмдәреңдән айырылмам,
Сөнки мине Һин Үҙең өйрәттең.
103Ауыҙымда һүҙҙәреңдең тәме,
Улар минең өсөн балдан татлы!
104Нәсихәттәреңдән аҡыл йыям,
Шуға ла һәр төрлө ялған юлды күрә алмайым.

(Нун)

105Һинең һүҙең аҙымдарым өсөн сыраҡ,
Юлыма нур сәскән яҡтылыҡ.
106Ғәҙел хөкөмдәреңде һаҡларға ант иттем,
Биргән һүҙемдә торормон.
107Эй Раббым, мин күп ғазаптар сиктем,
Вәғәҙәңә күрә йәнемде һаҡла.
108Эй Раббым, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәремде
Ихлас ҡорбандар һымаҡ ҡабул ит,
Миңә хөкөм-ҡарарҙарыңды өйрәт.
109Тормошом гел хәүеф аҫтында булһа ла,
Һинең ҡануныңды онотмайым.
110Залимдар миңә тоҙаҡ ҡорҙолар,
Әммә нәсихәттәреңдән тайпылманым.
111Күрһәтмәләреңде мәңгелек мираҫҡа алдым,
Улар йөрәгемдең һөйөнөсө.
112Ғүмеремдең һуңғы көндәренә саҡлы
Ҡағиҙәләрең буйынса йәшәргә тип,
Бар күңелемдән ынтылам.

(Самех)

113Ике йөҙлө әҙәмдәрҙе күрә алмайым,
Ә Һинең ҡануныңды яратам.
114Һин – һыйыныр ышығым, ҡалҡаным,
Һинең һүҙҙәреңә өмөт тотам.
115Йыраҡ тороғоҙ минән, яуыздар,
Алламдың бойороҡтарын ғәмәлгә ашырам.
116Вәғәҙәңә күрә миңә терәк бул – йәшәрмен,
Өмөтөм бушҡа сыҡмаһын, оятҡа ҡалдырма!
117Таяныс бул миңә, ҡотолайым,
Ҡағиҙәләреңде һәр ваҡыт күҙ уңында тотормон.
118Ҡағиҙәләреңдән тайпылғандарҙы Үҙеңдән ситкә тибәһең,
Уларҙың мәкер-хәйләһе тик бушҡа ғына.
119Донъялағы яуыздарҙы сүп-сарҙай һепереп түгәһең,
Шуға ла нәсихәттәреңде яратам.
120Бөтөн тәнем ҡалтырана дәһшәтеңдән,
Ныҡ ҡурҡам хөкөмдәреңдән.
(Ғайн)

121Мин ғәҙел һәм тоғро эштәр ҡылдым,
Ташлама иҙеүселәр ҡулына!
122Ҡолоңдоң именлеген тәьмин ит, Раббы,
Хаяһыҙ бәндәләр яфалай алмаһын.
123Күҙҙәремдең нуры һүнер инде
Ҡотҡарыуыңды, хаҡ һүҙеңдең ғәмәлгә ашыуын көтөп.
124Тоғро мөхәббәтеңә күрә эш ит ҡолоң менән,
Ҡағиҙәләреңде миңә өйрәт.
125Мин һинең ҡолоңмон, бирсе зиһен,
Нәсихәттәреңде аңлар өсөн.
126Эй Раббы, сара күрер ваҡыт етте,
Һинең ҡануныңды боҙҙолар.
127Ә мин Һинең бойороҡтарыңды
Алтындан, саф алтындан нығыраҡ яратам.
128Һинең нәсихәттәреңә күрә тура барам,
Һәр бер ялған юлға нәфрәтләнәм.

(Пе)

129Һинең күрһәтмәләрең ғәжәйеп,
Шуға күрә уларға буйһонам.
130Һүҙҙәрең асылыуҙан нурҙар тарала,
Бер ҡатлыларҙы аҡылландыра.
131Ауыҙымды асып ауыр һулыш алам,
Сөнки әмерҙәреңә сарсаным.
132Миңә борол да мәрхәмәтеңде ҡыл,
Һин бит исемеңде яратҡандарға гел шәфҡәтлеһең.
133Биргән вәғәҙәңә күрә аҙымымды нығыт,
Һис бер гонаһ миңә хужа була алмаһын.
134Кешенең иҙеүенән йолоп ал мине,
Һинең нәсихәттәреңде тотайым.
135Йөҙөң мин ҡолоңа нурын сәсһен,
Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә.
136Күҙҙәремдән йылғалай йәш аға,
Сөнки кешеләр буйһонмай ҡануныңа.

(Саде)

137Эй Раббым, Һин – хаҡлыҡ эйәһе,
Хөкөмдәрең ғәҙел Һинең.
138Тәғәйенләгән күрһәтмәләрең дөрөҫ,
Улар тулыһынса ышаныслы.
139Дошмандарым һүҙҙәреңде онотҡанға
Асыуым яндырып-өтөп бара.
140Утҡа һалып сафландырғандай пак һүҙең,
Мин ҡолоң уларҙы бик яратам.
141Түбәнһетелһәм дә, хурланһам да,
Нәсихәттәреңде онотмайым.
142Ғәҙеллегең мәңгегә хаҡ,
Ҡануның Һинең – хәҡиҡәт.
143Бәлә-ҡазаға тарыған саҡта,
Бойороҡтарыңдан мин ләззәт табам.
144Күрһәтмәләреңдең хаҡлығы мәңгелек,
Зирәклек бир миңә һәм йәшәрмен.

(Ҡоф)

145Бар булмышым менән ялбарам, яуапла, Раббы!
Ҡағиҙәләреңә буйһонормон.
146Һине саҡырамын, ҡотҡар мине,
Нәсихәттәреңә тоғро ҡалайым.
147Таң һыҙылғандан алда торам да
Ярҙам ялбарып Һине саҡырам,
Сөнки биргән һүҙеңә өмөт бағлайым.
148Әйткәнеңде тәрән аңлайым тип,
Таңғаса күҙемде йоҡо алмай.
149Тоғро мөхәббәтең хаҡына ауазыма ҡолаҡ һал,
Йә Раббым, ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла!
150Мәкер ҡороусылар миңә яҡынлашты,
Улар Һинең ҡануныңдан алыҫ тора.
151Һин иһә, йә Раббы, янымдаһың,
Бөтә бойороҡтарың – хәҡиҡәт.
152Күптән белдем күрһәтмәләреңдән,
Уларҙы мәңгелеккә биргәнһең.

(Реш)

153Ғазап сиккәнемде күр, мине ҡотҡар,
Мин бит Һинең ҡануныңды онотмайым.
154Дәғүәмдә мине яҡла, ҡотҡарып ал,
Вәғәҙәңә күрә, йәнемде һаҡла.
155Яуыздар ҡотолоуҙан йыраҡ тора,
Сөнки улар ҡағиҙәләреңә эйәрмәйҙәр.
156Рәхим-шәфҡәтең киң, йә Раббым,
Ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла!
157Мине эҙәрләүсе дошмандар күп,
Әммә мин нәсихәттәреңдән тайпылмайым.
158Мөртәттәргә ерәнеп ҡарайым,
Улар Һинең һүҙҙәреңде тотмай.
159Ҡараһаңсы, ни тиклем яратам нәсихәттәреңде,
Тоғро мөхәббәтең хаҡына һаҡла йәнемде.
160Һинең һүҙең – хәҡиҡәттең үҙе,
Һәр бер ғәҙел хөкөмөң мәңгелек.

(Син менән Шин)

161Түрә-хакимдар мине бер ғәйепһеҙгә эҙәрләй,
Әммә йөрәгем Һинең һүҙеңдән генә ҡалтырай.
162Оло хазина тапҡан кешеләй,
Һинең һүҙеңә ҡыуанам.
163Нәфрәтләнәм, ерәнәм ялғандан,
Һинең ҡануныңды иһә яратам.
164Һине ғәҙел хөкөм-ҡарарҙарың өсөн
Көнөнә етешәр мәртәбә данлайым.
165Ҡануныңды яратҡандар бөйөк именлеккә эйә булыр,
Һис бер нәмә уларға ҡаршылыҡ булмаҫ.
166Раббы, ҡотҡарыуыңа өмөт бағлайым,
Бойороҡтарыңды бойомға ашырам.
167Нәсихәттәреңде күңел түремдә һаҡлайым,
Уларҙы мин ифрат яратам.
168Нәсихәт һәм күрһәтмәләреңде тотам,
Йөрөр юлдарым Һинең күҙең алдыңда.

(Тау)

169Ялбарыуым хозурыңа етһен, Раббы,
Биргән вәғәҙәңә күрә аҡыл бир миңә!
170Ялбарыуҙарым һиңә олғашһын,
Биргән вәғәҙәң хаҡына ҡотҡар!
171Ауыҙымдан Һиңә маҡтауым түгелһен,
Һин бит миңә ҡағиҙәләреңде өйрәтәһең.
172Телем Һинең һүҙҙәреңде һөйләр,
Сөнки бөтә бойороҡтарың ғәҙел.
173Ҡулың ярҙамға әҙер булһын,
Мин нәсихәттәрең буйынса йәшәүҙе һайланым.
174Ҡотҡарыуыңа сарсаным, Раббым,
Ҡануныңдан Һинең ләззәт табам.
175Ғүмер бир миңә, Һиңә маҡтау яуҙырайым,
Ҡарар-хөкөмдәрең миңә ярҙам бирһен.
176Юғалған һарыҡтай аҙаштым,
Мине, Үҙеңдең ҡолоңдо, эҙләп тап,
Сөнки бойороҡтарыңды мин онотманым.
Copyright information for BakIBT2023