‏ Psalms 12

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Йә Раббы, ҡасанға саҡлы,
Мәңгегәме мине оноторһоң?
Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?
3Ҡасанғаса йәнем тынғы тапмаҫ,
Күңелемдә көн-төн хәсрәт булыр?
Ҡасанға тиклем дошманым өҫтөн ҡалыр?

4Ҡараһаңсы, яуап ҡайтарһаңсы, Раббым Аллам!
Күҙҙәремә нур бир, үлем йоҡоһона талмайымсы!
5Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр,
Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.

6Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм,
Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ.
Мин Һиңә йырлармын, Раббы:
«Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды».
Copyright information for BakIBT2023