Psalms 121
1Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры.«Раббының йортона барайыҡ», – тип
Әйткәндәренә бик ҡыуандым мин.
2Аяҡтарыбыҙ ҡапҡаларың төбөндә, Йәрүсәлим!
3Бер бөтөн итеп төҙөлгән ҡала Йәрүсәлим!
4Ырыуҙар унда артылыр, Раббы ырыуҙары,
Исраилға бирелгән ҡанун буйынса
Раббы исеменә шөкөр итер өсөн.
5Хөкөм өсөн бында тәхеттәр ҡоролған,
Дауыт йортоноң тәхеттәре.
6Именлек һорағыҙ Йәрүсәлим өсөн:
«Һине һөйгәндәргә уңыш юлдаш булһын!
7Диуарҙарың эсендә тыныслыҡ,
Ҡәлғәләреңдә именлек булһын!»
8Туғандарым, дуҫтарым хаҡына
Әйтермен: «Тыныслыҡ булһын һиндә!»
9Аллабыҙ Раббы йорто хаҡына
Яҡшылыҡ теләйем һиңә.
Copyright information for
BakIBT2023