Psalms 122
1Ҡорамға артылыусылар йыры.Күҙҙәремде мин төбәйем Һиңә,
Эй күктәрҙе төйәк иткән!
2Хужаһының ҡулына ҡараған ҡол,
Хужабикәһенең ҡулына баҡҡан ҡол ҡатын һымаҡ
Беҙҙең күҙҙәр ҙә Аллабыҙ Раббыға текәлгән,
Уның беҙгә мәрхәмәтен көтөп ҡала.
3Мәрхәмәт ҡыл, Раббы, ҡыҙған беҙҙе,
Сөнки түбәнһетелеүҙән ғарыҡ булдыҡ.
4Үҙҙәренән ҡәнәғәттәрҙең хурлауҙары туйҙырҙы,
Тәкәбберҙәрҙең кәмһетеүҙәре үҙәккә үтте.
Copyright information for
BakIBT2023