Psalms 123
1Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры.Инде былай тиһен Исраил:
Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,
2Әгәр ҙә Раббы беҙҙең менән булмаһа,
Кешеләр беҙгә баш күтәргән саҡта
3Беҙҙе тереләй йоторҙар ине,
Беҙгә ҡаршы асыуҙары тоҡанғанда.
4Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине,
Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,
5Шашҡан һыуҙар башыбыҙҙан ашыр ине.
6Раббы мөбәрәк булһын –
Йыртҡыс тештәргә беҙҙе табыш итеп бирмәне!
7Йәнебеҙ беҙҙе аулаусыларҙың тоҙағынан
Ҡоштай ысҡынды,
Ау өҙөлдө лә ҡотолоп сыҡтыҡ.
8Беҙҙең өсөн ярҙам килә
Күк менән ерҙе яратҡан Раббынан.
Copyright information for
BakIBT2023