‏ Psalms 128

1Ҡорамға артылыусылар йыры.
Инде былай тиһен Исраил:
«Йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, –
2Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр,
Әммә еңә алманылар.
3Һабансылар һабан һөрҙөләр һыртымда,
Оҙон бураҙналар һалдылар.
4Әммә Раббы ғәҙел,
Яуыздар һалған бауҙарҙы ҡырҡып ташланы».

5Сионға ҡарата нәфрәт тотҡан һәр кем
Оятҡа ҡалып артҡа сигенһен.
6Йолҡҡанға тиклем үк ҡороп ҡалған,
Ҡыйыҡта үҫкән үлән һымаҡ булһындар улар.
7Ундай үлән менән ураҡсы – усын,
Көлтә бәйләүсе ҡосағын тултырмаҫ.
8Үтеп барыусылар иһә:
«Алла һеҙгә фатиха бирһен,
Раббы исеме менән бәрәкәт теләйбеҙ», – тип әйтмәҫ.
Copyright information for BakIBT2023