Psalms 130
1Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры.Йә Раббы, күңелемдә тәкәбберлек юҡ минең,
Күҙҙәрем һауаланып баҡманы.
Ҡулымдан килмәҫтәй юғары,
Иҫ китерлек нәмәләргә ынтылманым.
2Әсә ҡуйынында тынысланған
Имсәк бала һымаҡ минең йәнем,
Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.
3Эй Исраил, хәҙер ҙә, мәңге лә
Раббыға өмөт бағла һин!
Copyright information for
BakIBT2023