Psalms 132
1Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры.Ҡайһылай яҡшы, күңелле,
Туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне!
2Был Һарундың башына һөртөлгән,
Һаҡалынан ағып төшкән затлы майҙай,
Кейеменең яғаһына ағып төшкән еҫле май һымаҡ;
3Хермон армытына төшкән ысыҡ
Сион тауҙарына ағып төшкән һымаҡ.
Раббы Сионда Үҙ фатихаһын –
Мәңгелек тормош бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023