Psalms 134
1Раббыны данлағыҙ!Раббы исемен данлағыҙ,
Эй Раббы ҡолдары, маҡтау йырлағыҙ!
2Раббы ҡорамында хеҙмәт итеүселәр,
Аллабыҙ йорто ихатаһында тороусылар,
Дан йырлағыҙ!
3Раббыны данлағыҙ – Ул игелекле.
Исеменә мәҙхиә йырлағыҙ – был шундай ләззәтле.
4Раббы Үҙенә Яҡуп нәҫелен,
Халҡы итеп Исраилды һайлап алды.
5Мин беләмен, Раббы бөйөк,
Хакимыбыҙ бөтә илаһтарҙан өҫтөн.
6Күктәрҙә һәм ер йөҙөндә,
Диңгеҙҙәрҙә, даръяларҙа,
Раббы ни теләй, шуны бар ҡыла.
7Ер сигенән болоттар ҡалҡыта,
Йәшен йәшнәтеп ямғыр яуҙыра,
Келәттәренән елдәр сығара.
8Ул мысырҙарҙың баш балаларын ҡырҙы,
Кешеләрҙең тәүге улын,
Малдарҙың тәүге түлен үлемгә дусар итте.
9Эй Мысыр, һинең уртаңа,
Фирғәүенгә һәм бар ҡолдарына
Ул хикмәттәрен, мөғжизәләрен ебәрҙе.
10Бик күп ҡәүемдәрҙе һәләк итте,
Ҡеүәтле батшаларҙы үлтерҙе:
11Әмөри батшаһы Сихонды,
Башан батшаһы Ғоғты,
Ҡәнғәндең барса батшалыҡтарын ҡырҙы.
12Уларҙың ерҙәрен биләмә итеп,
Мөлкәт итеп халҡы Исраилға бирҙе.
13Йә Раббы, исемең мәңгелек Һинең!
Шөһрәтең быуындан-быуынға дауам итә.
14Раббы халҡының хаҡлығын раҫлар,
Үҙ ҡолдарына рәхимле булыр.
15Ә ҡәүемдәрҙең боттары – алтын-көмөш,
Кеше ҡулы менән яһалған.
16Ауыҙҙары бар ҙа, һөйләшмәйҙәр,
Күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр,
17Ҡолаҡтары бар ҙа, ишетмәйҙәр,
Ауыҙҙарында уларҙың һулыш-тын юҡ.
18Кем уларҙы яһаған,
Уларға өмөт бағлаған – барыһы ла
Шул боттарға оҡшап ҡалыр!
19Эй Исраил халҡы, Раббыға шөкөр ҡылығыҙ!
Һарун нәҫеле, Раббыға маҡтау йырлағыҙ!
20Эй Леви нәҫеле, Раббыны данлағыҙ!
Маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Унан ҡурҡҡандар!
21Йәрүсәлимдә төйәк иткән Раббыға
Сиондан шөкөрана ҡылығыҙ!
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023