‏ Psalms 136

1Бабил йылғаларының буйында, унда
Ултыра ла Сионды иҫкә төшөрөп илай инек.
2Ошонда тал ботаҡтарына
Лирабыҙҙы аҫып ҡуя инек.
3Беҙҙе ул ерҙә әсир иткәндәр йыр һүҙҙәрен,
Иҙеүселәр уйын-көлкө талап итте:
«Йырлағыҙ беҙгә Сион йырҙарын!»

4Ни йәнебеҙ менән йырлайыҡ һуң
Ят тупраҡта Раббыбыҙҙың йырын?
5Эй Йәрүсәлим, һине онотор булһам,
Ҡороп ҡына ҡатһын уң ҡулым.
6Һине хәтеремә төшөрмәһәм,
Һөйөнөстәремдең иң түренә Йәрүсәлимде ҡуймаһам,
Телем аңҡауыма йәбешеп ҡалһын!

7Йәрүсәлим ҡолатылған көндө:
«Емер уны, емер нигеҙенә тиклем!» –
Тигән Эдом улдарын иҫеңә төшөр, Раббы!

8Эй емереләсәк Бабил-ҡыҙ!
Беҙгә ҡылғаныңдың ҡонон
Ҡайтарыр зат ҡайһылай бәхетле!
9Ниндәй бәхетле сабыйҙарыңды тотоп,
Ҡаяға ялпаштыра һуғасаҡ кеше!
Copyright information for BakIBT2023