‏ Psalms 138

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Раббы, мине Үҙең күреп, һынап беләһең.
2Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең,
Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың.
3Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең,
Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар.
4Һүҙем телемә килмәҫтән алда
Эй Раббы, Һин һәммәһен беләһең.
5Һәр яғымдан мине солғағанһың,
Ҡулыңды миңә һалғанһың.
6Был ғилемең хайран минең өсөн,
Аң-зиһенем етмәҫлек юғары.

7Ҡайҙа китәйем Рухыңдан,
Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан?
8Асманға ҡалҡһам, Һин унда,
Үлеләр донъяһына түшәк йәйһәм, унда ла Һин.
9Таң ҡанаттарында көнсығышҡа осһам,
Диңгеҙ аръяғына ҡунһам,
10Унда ла ҡулың етәкләп йөрөр,
Уң ҡулың мине ныҡ тотоп торор.
11«Мине ҡараңғылыҡ йәшерһен,
Яҡтылыҡ ҡара төнгә әйләнһен», – тиһәм,
12Хозурыңда ҡараңғылыҡ – ҡараңғылыҡ түгел,
Төн дә көн кеүек нур сәсер,
Көнмө, төнмө – Һинең өсөн бер үк.

13Эс-бауырымды Һин яратҡанһың,
Әсәм ҡарынында мине туҡығанһың.
14Рәхмәттәрем яуһын Һиңә,
Ниндәй ғәжәйеп, хайран яратылғанмын.
Ҡайһылай хикмәтле ғәмәлдәр ҡылаһың!
Быны бик яҡшы аңлайым.
15Ер тәрәнлегендә
Ер тәрәнлегендә… – бында әсә ҡарыны менән сағыштырыу рәүешендә бирелә (ҡарағыҙ: «Әйүп», 1:21; 10:9).
туҡылғанымда,
Серле рәүештә ҡиәфәт алғанымда,
Һөйәктәрем Һинән йәшерен түгел ине.
16Яралғы ғына сағымда
Мине Үҙ күҙҙәрең менән күрҙең.
Ғүмерем башланмаҫ элек
Миңә тәғәйенләнгән һәр көн
Һинең китабыңа теркәлгән.
17Фекерҙәреңә иҫем-аҡылым етмәй,
Эй Алла, уларҙың иҫәп-хисабы юҡ!
18Һанай башлаһам, улар ҡом бөртөгөнән ишле.
Уянып китһәм, мин һаман Һинең менән.

19Эй Алла, яуыздарҙы юҡ итһәң ине,
Минән алыҫ йөрөгөҙ, һеҙ, ҡан эскестәр!
20Улар Һиңә ҡаршы яманлыҡ тарата,
Дошмандарың Һиңә ҡаршы мәкер ҡора.
21Эй Раббы, Һиңә нәфрәтләнгәндәргә
Мин нисек нәфрәт тотмайым?
Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙән нисек ерәнмәйем?
22Уларға ҡаршы мин ҡаты нәфрәтләнәм,
Уларҙы үҙемә дошман итеп күрәм.

23Эй Алла, һына мине, йөрәгемдәген танып бел.
Һына мине, бөтә уйҙарымды асыҡла.
24Ҡара, яман юлға төшмәнемме?
Йүнәлт мине баҡыйлыҡ юлына!
Copyright information for BakIBT2023