Psalms 14
1Дауыттың мәҙхиәһе.Йә Раббы, сатырыңда ҡунаҡ булырға кем һуң лайыҡ?
Мөҡәддәс тауыңда йәшәргә кемдең хаҡы бар?
2Йөрөгән юлдары камил,
Ҡылған ғәмәлдәре ғәҙел,
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре хаҡ булған,
3Теле ғәйбәтте белмәгән,
Дуҫына зарар ҡылмаған,
Яҡынын хурламаған;
4Аҙғынды кире ҡаҡҡан,
Раббынан ҡурҡҡанды хөрмәт иткән,
Үҙе зыян күргәндә лә,
Биргән антында ныҡ торған;
5Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән,
Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған –
Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ!
Copyright information for
BakIBT2023