‏ Psalms 141

1Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы.
Мин Раббыға һөрән һалам,
Раббыға мәрхәмәт һорап ялбарам.
2Хозурында аһ-зарымды түгәм,
Ҡайғыларымды бушатам.
3Рухым төшкән саҡтарҙа ла,
Ҡайһы юлдан йөрөгәнемде беләһең.
Һуҡмағыма йәшерен тоҙаҡ ҡоролған ине.
4Уң яғыма ҡара ла күр,
Бер кем дә мине һанламай.
Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы,
Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ.

5Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем:
«Һин – минең һыйынысым,
Тереләр донъяһында насибым!»
6Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө,
Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар,
Улар минән көслөрәк.
7Йәнемде зиндандан сығар,
Мин исемеңә рәхмәт уҡырмын.
Һин миңә игелектәр ҡылғанда,
Тәҡүәләр әйләнәмә тупланыр.
Copyright information for BakIBT2023