‏ Psalms 142

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Доғамды ишет, йә Раббы,
Ялбарыуыма ҡолаҡ һал!
Тоғролоғоң һәм ғәҙеллегең хаҡына яуап ҡайтар!
2Ҡолоңдо хөкөмгә алып килмә,
Тереләрҙән бер кем дә алдыңда аҡлана алмаҫ.

3Дошман мине ҡыуып етте,
Тупраҡҡа һалып тапаны.
Гүйә мин күптән үлгәнмен –
Дөм ҡараңғылыҡҡа һалды.
4Шул сәбәпле рухым һынды минең,
Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты.

5Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам,
Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым,
Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам.
6Һиңә табан ҡулдарымды һондом,
Йәнем ҡоро тупраҡ һымаҡ,
Һиңә сарсағанмын. Села
7Йәһәтерәк яуап ҡайтар, Раббы,
Тәҡәтем ҡороно минең.
Йөҙөңдө йәшермә минән,
Юғиһә, ҡәбер эйәһенә оҡшап ҡалырмын.
8Таңдан тоғро һөйөүеңде белдер,
Өмөтөмдө Һиңә бағлағанмын;
Йә Раббы, барыр юлымды күрһәт,
Сөнки йәнемде мин Һиңә олғаштырам.

9Дошмандарымдан йолоп ал, Раббы;
Мин бары Һиңә һыйынам.
10Ихтыярыңды нисек үтәргә өйрәт!
Һин бит – минең Аллам.
Игелекле Рухың мине
Тигеҙ ерҙән әйҙәп барһын!

11Йә Раббы, исемең хаҡына йәшәт мине,
Ғәҙеллегең хаҡына йәнемде бәләнән ҡотҡар.
12Тоғро мөхәббәтең хаҡына
Дошмандарымды тар-мар ит,
Йәнемде иҙеүселәрҙе юҡ ит,
Сөнки мин Һинең ҡолоңмон.
Copyright information for BakIBT2023