‏ Psalms 144

1Дауыттың маҡтау йыры.
(Алеф)

Эй Аллам, минең Батшам, Һине ҙурлармын,
Исемеңә мәңге маҡтау яуҙырырмын!
(Бейт)

2Һәр көн Һине мөбәрәк ҡыламын,
Исемеңде мәңгенән-мәңгегә данлайым.
(Гимел)

3Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ,
Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл.

(Далеҫ)

4Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр,
Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар.
(Һе)

5Балҡышың, даның, мөһабәтлегең,
Ҡылған хикмәттәрең хаҡында уйлайым.
(Уау)

6Тетрәткес ғәмәлдәреңдең ҡөҙрәте тураһында һөйләйҙәр,
Мин дә бөйөклөгөңдө иғлан итермен.
(Зайн)

7Сикһеҙ игелегеңде иҫләрҙәр,
Ғәҙеллегеңде маҡтап йырларҙар.
(Хеҫ)

8Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле,
Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле.
(Теҫ)

9Раббы барыһына ла игелекле,
Үҙе бар ҡылғандарға рәхимле.

(Йод)

10Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы,
Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар.
(Каф)

11Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр,
Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер;
(Ламед)

12Әйҙә һәр кем ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде,
Батшалығыңдың мөһабәт шөһрәтен тойһон.
(Мем)

13Батшалығың Һинең – мәңгелек батшалыҡ,
Хакимлығың – быуындан-быуынға дауам итә.
(Самех)

14Йығылырға торғандарға таяныс Раббы,
Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа.
(Ғайн)

15Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы,
Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында.
(Пе)

16Һин усыңды асаһың да,
Һәр йән эйәһенә теләгәнен ашатаһың.
(Саде)

17Раббының бөтә юлдары ғәҙел,
Ҡылған ғәмәлдәре тоғро.
(Ҡоф)

18Яҡын Раббы Үҙен саҡырғандарға,
Саф күңелдән Үҙенә ялбарғандарға.
(Реш)

19Үҙенән ҡурҡҡандарҙы моратына ирештерер,
Ялбарыуҙарын ишетеп, уларҙы ҡотҡарыр.
(Син менән Шин)

20Раббы Үҙен яратҡандарҙың һәммәһен һаҡлар,
Бөтә яуыздарҙы ҡырып ташлар.
(Тау)

21Телем туҡтауһыҙ Раббыны маҡтар!
Барса йән эйәләре Уның изге исемен
Мәңгенән-мәңгегә данлар!
Copyright information for BakIBT2023