‏ Psalms 146

1Раббыны данлағыҙ!

Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау ниндәй күркәм,
Ҡайһылай татлы, килешле Уны маҡтау!
2Раббы яңынан һала Йәрүсәлимде,
Таралған Исраил халҡын ҡабат йыя.
3Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә,
Йәрәхәттәрҙе бәйләй.
4Ул йондоҙҙарҙың иҫәбен белә,
Уларҙың һәр береһенә исем бирә.
5Хакимыбыҙ бөйөк, ҡеүәте ҙур,
Аҡылының иге-сиге юҡ.
6Раббы түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә,
Яуыздарҙы ергә төшөрә.

7Раббыға шөкөрана итеп йырлағыҙ,
Аллабыҙға лира сиртеп көйләгеҙ.
8Ул күкте болоттар менән ҡаплай,
Ерҙе ямғыр менән туйындыра,
Үлән үҫтерә тауҙарҙа.
9Мал-тыуарға аҙыҡ бирә,
Ем һораған ҡарға балаларын ашата.
10Ул аттың көсөнә ҡарамай,
Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ.
11Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарҙы,
Тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлағандарҙы ярата.
Copyright information for BakIBT2023