Psalms 148
1Раббыны данлағыҙ!Күктәрҙән маҡтау йырлағыҙ Раббыға,
Юғарынан Уны күмегеҙ данға!
2Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ,
Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре!
3Ҡояш менән ай, Уны маҡтағыҙ!
Данлағыҙ Уны, балҡыу йондоҙҙар!
4Эй күктәрҙең асманы, Раббыны маҡта!
Күктәрҙән юғарылағы һыуҙар,
Дан йырлағыҙ Уға!
5Раббы исеменә маҡтау йырлаһындар,
Сөнки Ул бойорҙо – улар барыһы бар булды.
6Раббы уларҙы мәңгегә ныҡлап урынлаштырҙы,
Бының өсөн боҙолмаҫ ҡағиҙә ҡуйҙы.
7Ер йөҙөнән Раббыға маҡтау йырлағыҙ,
Диңгеҙ йәнлектәре, тәрәнлектәр.
8Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ,
Ҡар һәм томан, дауыллы ел,
9Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар,
Емеш биреүсе ағастар, кедр,
10Хайуандар, мал-тыуар,
Һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар,
11Ер йөҙөндәге батшалар, бар халыҡтар,
Башлыҡтар һәм бөтә хакимдар,
12Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар,
Ҡарт-ҡоро һәм бала-саға
13Раббы исеменә маҡтау яуҙырһындар,
Сөнки бары Уның исеме юғары.
Уның шөһрәте ер һәм күктәрҙән өҫтә.
14Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе,
Уға тоғро бәндәләр барыһы,
Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын.
Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023