‏ Psalms 149

1Раббыны данлағыҙ!

Раббыға яңы йыр йырлағыҙ,
Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ!
2Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил,
Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!
3Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның,
Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын!
4Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә,
Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.
5Тоғролары дан-шөһрәт эсендә тантана итһен,
Ҡырын ятып, һөйөнөс йырҙары йырлаһын!
6Ауыҙҙарында – Алланы маҡтау,
Ҡулдарында ике яҡлы үткер ҡылыс булһын:
7Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр,
Халыҡтарҙы язаға тарттырыр,
8Батшаларына сынйыр һалыр,
Бейҙәренә тимер бығау кейҙерер,
9Уларға яҙылған хөкөмдө еренә еткерер.
Уның барса тоғролары өсөн намыҫ эше был.

Раббыны данлағыҙ!
Copyright information for BakIBT2023