Psalms 15
1Дауыттың шиғыры.Һаҡла мине, эй Алла,
Мин Һиндә ышыҡ табамын.
2Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым.
Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!»
3Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы,
Бар күңелдән уларға тартылам.
4Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр.
Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм,
Исемдәрен телемә лә алмам.
5Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым,
Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.
6Биләмәмдең ыҙандары ниндәй гүзәл ерҙәр буйлап бара –
Ниндәй хозур милек насип иттең миңә!
7Миңә нәсихәт биргән Раббыға шөкөр итәм,
Хатта төндә лә өгөт бирә булмышым.
8Мин һәр саҡ Раббыға күҙ төбәйем,
Ул уң тарафымда торған өсөн
Бер нәмә лә мине ҡаҡшата алмаҫ.
9Шул арҡала күңелемә шатлыҡ тула,
Рухым иһә күтәренкелектә;
Хатта тәнем именлектә булыр.
10Сөнки йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың,
Тоғро бәндәңә үлем соҡорон күрһәтмәҫһең.
11Йәшәү юлын өйрәтерһең миңә.
Бөтмәҫ шатлыҡ Һинең хозурыңда,
Уң яғыңда мәңгелеккә – икһеҙ-сикһеҙ бәхет.
Copyright information for
BakIBT2023