‏ Psalms 16

1Дауыттың доғаһы.
Эй Раббы, хаҡ дәғүәмде тыңла,
Ялбарыуыма ҡолаҡ һал,
Хәйләһеҙ ирендәрем әйткән доғаны ишет!
2Һинең хозурыңдан сыҡһын миңә хөкөм;
Күҙең кем хаҡлы икәнде күрһен.

3Һин йөрәгемә текәлдең,
Төндә килеп мине һынаның,
Бер ниндәй ҙә ғәйеп таба алманың,
Ауыҙымдан гонаһ һүҙ сыҡмай минең.
4Бәндәләр нимә генә ҡылһа ла,
Мин ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәрҙе тотам,
Залимдар юлынан йыраҡ торам.
5Аҙымдарым Һинең юлдан атлай,
Тайпылыуҙы белмәй аяҡтарым.

6Һине саҡырам, эй Алла, миңә яуап ҡайтарырһың;
Ҡолаҡ һал, әйткәндәремде ишет!
7Ғәжәйеп мөхәббәтеңде күрһәт,
Үҙеңә һыйынғандарҙы дошмандарҙан
Уң ҡулың менән һаҡла!
8Күҙ алмаңдай һаҡла мине;
Ҡанатың аҫтына йәшер
9Миңә һөжүм иткән яуыздарҙан,
Һырып алған үлемесле дошмандарҙан.

10Уларҙың йөрәктәрен май бөргән,
Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.
11Улар эҙҙәремә баҫып килә,
Ҡамалайҙар мине һәр тарафтан,
Йығып һалыр өсөн һағалайҙар.
12Гүйә ҡорбанын өҙгөләргә яҫҡынған йыртҡыс,
Боҫоп, табышын аңдыған йәш арыҫлан.

13Йә Раббы, ҡалҡ, уларҙың ҡаршыһына баҫ!
Уларҙы ергә йығып һал!
Йәнемде ҡотҡар ҡылысың менән яуыздарҙан.
14Йә Раббы, был кешеләрҙән,
Өлөштәре донъялыҡта булғандарҙан
Үҙ ҡулдарың менән ҡотҡар.
Ҡорһаҡтары хазиналарың менән тулһын,
Балалары алҡынғанса ашап туйһын,
Артҡаны ейәндәренә тороп ҡалһын!

15Мин иһә тоғролоҡ менән йөҙөңә бағырмын,
Уянғанда Һинең рәүешеңде күреүемә туҡ булырмын.
Copyright information for BakIBT2023