‏ Psalms 19

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Бәлә килгәндә яуап ҡайтарһын һиңә Раббы,
Яҡуп Аллаһының исеме һине һаҡлаһын!
3Мөҡәддәс торлағынан ярҙам ебәрһен,
Сиондан Ул һиңә таяныс юллаһын.
4Бөтә саҙаҡаларыңды иҫкә алһын,
Тотош яндырыу ҡорбандарыңды ҡабул ҡылһын! Села
5Йәнең теләгәнде бирһен,
Һәр бер ниәтеңде ғәмәл итһен!
6Ә беҙ һинең еңеүеңә шатланып гөрләшербеҙ,
Аллабыҙ исеме менән байраҡ күтәрербеҙ.
Раббы бөтә үтенестәреңде ғәмәл ҡылһын.

7Инде беләм, Раббы Үҙе мәсехләгән батшаны ҡотҡарыр,
Уға мөҡәддәс күгенән яуап бирер,
Ҡөҙрәтле уң ҡулы менән еңеү бүләк итер.
8Ҡайһылар яу арбалары,
Икенселәр аттары менән маҡтаныр.
Беҙ иһә Аллабыҙ Раббының исеме менән маҡтанырбыҙ.
9Тегеләр сүгер һәм йығылырҙар,
Беҙ ҡалҡырбыҙ, туп-тура торорбоҙ.

10Йә Раббы, Һин батшаға еңеү бир!
Һине саҡырғанда, беҙгә яуап ҡайтар!
Copyright information for BakIBT2023