Psalms 20
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.2Йә Раббы, Һин биргән көскә ҡыуана батша,
Һин килтергән еңеүгә сикһеҙ шатлана!
3Йәне нимә теләй, шуны бирҙең,
Теленән төшкән үтенесен кире ҡаҡманың. Села
4Уны изге фатихалар менән ҡаршы алдың,
Башына саф алтындан таж ҡуйҙың.
5Ул Һинән ғүмер һораны – бирҙең,
Көндәрен оҙон, мәңгелек иттең.
6Еңеү яулатып дан ҡаҙандырҙың,
Дәрәжә, бөйөклөк менән бүләкләнең.
7Һин мәңге уны фатихалайһың,
Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.
8Сөнки батша Раббыға инана,
Юғарыларҙан Юғарының мөхәббәте арҡаһында сайҡалмаҫ.
9Ҡулың бар дошмандарыңа барып етер,
Уң ҡулың Һине күрә алмаусыларҙы тотор.
10Һин пәйҙә булғас, йә Раббы,
Уларҙы ҡыҙған мейестәгеләй яндырырһың;
Ярһыуың менән ялмап йоторһоң,
Ялҡыныңда яндырып бөтөрһөң.
11Уларҙың нәҫелен – ер йөҙөнән,
Тоҡомон кеше араһынан юҡ итерһең.
12Улар Һиңә ҡаршы мәкер ҡорҙо,
Яуызлыҡ ниәтләне, тик бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ!
13Һин уларҙы кире ҡыуасаҡһың,
Йәйәң уларҙың йөҙөнә төбәлгән.
14Йә Раббы, ҡалҡ, күрһәт ғәйрәтеңде!
Ҡөҙрәтеңә мәҙхиәләр уҡып, дан йырларбыҙ!
Copyright information for
BakIBT2023