‏ Psalms 22

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Раббы – көтөүсем минең,
Мин һис тә мохтажлыҡ күрмәм.
2Мине хәтфә болондарҙа ял иттерер,
Тымыҡ һыуҙарға Ул алып барыр.
3Ул ҡабаттан мине хәлләндерер,
Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр.
4Үлем шәүләһе баҫҡан үҙәндән
Үткән саҡта ла хәүефтән ҡурҡмам,
Сөнки Һин бит минең менән.
Ҡулыңда көтөүсе таяғың менән суҡмарың,
Шуға күрә йәнем тыныс минең.

5Дошмандарымдың алдында
Һин миңә табын ҡорорһоң;
Башыма зәйтүн майы һөртөрһөң,
Туҫтағымды мөлдөрәмә тултырырһың.
6Шулай, игелегең менән мөхәббәтең
Ғүмерем буйы оҙатып йөрөр.
Көндәремдең ахырына тиклем
Раббы йортонда төйәкләнермен.
Copyright information for BakIBT2023