‏ Psalms 24

1Дауыттың мәҙхиәһе.
(Алеф)

Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
(Бейт)

2Эй Аллам, мин Һиңә өмөт тотам,
Еңелеп, мәсхәрәгә ҡалыуҙан һаҡла.
Дошмандарым, минән көлөп, тантана итә алмаһын!
(Гимел)

3Һиңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡала күрмәһен.
Мәкерле хыянат итеүселәр үҙҙәре хурлыҡҡа төшһөн.
(Далеҫ)

4Раббы, юлдарыңды күрһәт миңә,
Һуҡмағыңдан нисек йөрөргә төшөндөр.
(Һе)

5Хаҡлыҡ юлынан алып бар мине, өйрәт;
Мине ҡотҡарыусы Аллам бит Һин.
Ышанысым һәр саҡ Һиндә генә.
(Зайн)

6Раббы, мәңгелектән килгән
Мәрхәмәтең менән мөхәббәтеңде иҫкә төшөр.
(Хеҫ)

7Йәшлектә ҡылған гонаһтарымды иҫкә алма,
Яман ҡылыҡтарым өсөн язалама.
Тоғро мөхәббәтеңә күрә хәтерлә мине,
Игелегеңә күрә иҫтә тот, Раббым!
(Теҫ)

8Раббы игелекле, ғәҙел,
Ул гонаһлыларға юл күрһәтер.

(Йод)

9Баҫалҡыларҙы хаҡлыҡ юлынан етәкләй,
Үҙ юлдарын өйрәтә уларға.
(Каф)

10Раббы менән килешеүҙе, Уның күрһәтмәләрен тотҡандар
Раббы юлында мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа осрар.
(Ламед)

11Исемең хаҡына, Раббы, ярлыҡай күр,
Сөнки минең ғәйебем ҙур.
(Мем)

12Кем ул Раббынан ҡурҡҡан зат?
Шуға Раббы дөрөҫ юл һайларға өйрәтер.
(Нун)

13Ул рәхәттә ғүмер итер;
Иле тоҡомона мираҫҡа ҡалыр.
(Самех)

14Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарға серен асыр,
Уларға Үҙ килешеүен аңлатыр.
(Ғайн)

15Күҙҙәрем һәр саҡ Раббыла минең,
Сөнки аяҡтарымды тоҙаҡтан Ул сығара.
(Пе)

16Йөҙөңдө бор миңә, шәфҡәтле бул;
Сөнки яңғыҙмын, мохтажлыҡтамын.
(Саде)

17Күңелемдә хәсрәттәрем артты,
Ҡотҡарһаңсы мине бәләләрҙән!
18Күреп минең ғазап, ҡайғыларҙы,
Бар гонаһтарымдан ярлыҡасы!
(Реш)

19Ҡара дошмандарыма, ныҡ күбәйҙеләр,
Миңә аяуһыҙ нәфрәт менән бағалар!
(Син менән Шин)

20Һаҡла йәнемде, йолоп ал мине!
Һиңә һыйынам, хурлыҡҡа ҡалдырмаҫһың!
(Тау)

21Паклыҡ менән тоғролоҡ ҡурсалаһын мине,
Мин өмөтөмдө Һиңә бағлайым.

22Эй Алла, Исраилды бөтә бәләләренән ҡотҡар!
Copyright information for BakIBT2023