‏ Psalms 26

1Дауыттың мәҙхиәһе.
Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым,
Кемдән ҡурҡайым мин?
Раббы – тормошом ҡәлғәһе,
Кемдән өркәйем мин?
2Йотмаҡ булып ташланған яуыздар –
Күрә алмаусылар, дошмандарым – абынып ергә ауасаҡ.
3Тотош туплам булып ҡалҡһалар ҙа,
Йөрәгемде ҡурҡыу алмаясаҡ.
Хатта ҡаршы һуғыш асһалар ҙа,
Ышанысым һис юғалмаясаҡ.

4Раббынан мин бер генә нәмә һораным,
Тик бер генә нәмә теләгәнем:
Ғүмерем буйы өйөндә төйәкләнәйем,
Раббының күркәмлегенә хайран булып,
Һәр ваҡыт ҡорамында яуап көтәйем.
5Афәт көнөмдә мине сатырына йәшерер,
Уның иң аулаҡ ерендә һаҡлар,
Бейек ҡая башына баҫтырыр мине.
6Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы
Башымды юғары ҡалҡытырмын,
Шатлыҡ ауаздары менән
Сатырында ҡорбандар салырмын,
Раббыны маҡтап көйләрмен,
Мәҙхиәләр йырлармын.

7Тауышымды ишет, Раббы, ялбарамын.
Шәфҡәтле бул, яуап ҡайтар миңә!
8Күңелемдә яңғыраны Һинең ауаз:
«Йөҙөмдө эҙләгеҙ!» – тинең.
Һинең йөҙөңдө эҙләйем, Раббы,
9Минән йөҙөңдө йәшермә, зинһар,
Асыуланып ҡыума мин ҡолоңдо!
Һин һәр ваҡыт миңә ярҙам иттең,
Ташлама, ситкә тибәрмә,
Эй Илаһым, Ҡотҡарыусым!
10Атам менән әсәм ташлаһа ла,
Раббы мине һыйындырыр.
11Эй Раббы, юлыңды өйрәт миңә!
Ҡарап торған дошмандар алдында
Мине дөрөҫ һуҡмаҡтан алып бар.

12Мине улар ҡулына ҡалдырма,
Сөнки ҡаршыма ялғансы шаһиттар ҡалҡты,
Ауыҙҙарынан дәһшәт эркелә.

13Әммә мин Раббының яҡшылығын
Тереләр донъһында күрермен.
Быға минең бер ниндәй шөбһәм юҡ.
14Өмөтөңдө бағла Раббыға!
Көслө, ҡыйыу йөрәкле бул!
Өмөтөңдө бағла Раббыға!
Copyright information for BakIBT2023