Psalms 27
1Дауыттың мәҙхиәһе.Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм,
Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә.
Әгәр яуап ҡайтармаһаң,
Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.
2Һине ярҙамға саҡырып,
Мөҡәддәс ҡорамыңа табан ҡул һонғанымда,
Ялбарыусы тауышымды ишет.
3Яҡынына яҡшы һүҙҙәр һөйләй-һөйләй
Күңеленән мәкер уйлаған залимдар,
Ямандар менән бергә мине лә алып китмә.
4Уларға ғәмәлдәренә,
Яуыз эштәренә күрә ҡайтар,
Ҡулдары менән ҡылғандың әжерен бир,
Үҙҙәре нимәгә лайыҡ, шуны ҡыл!
5Раббының ғәмәлдәренә әһәмиәт бирмәгәнгә,
Ҡулдарының эшен һанға һуҡмағанға күрә,
Раббы уларҙы вата һуғыр, бүтән ҡоршамаҫ.
6Раббы мөбәрәк булһын!
Ул ялбарыуымды ишетте.
7Раббы – минең көсөм һәм ҡалҡаным.
Ихлас күңелдән Уға ышандым,
Ә Ул ярҙамынан ташламаны.
Бар булмышым менән ҡыуанам,
Йырым менән Уға шөкөрана ҡылам.
8Раббы – халҡының ҡөҙрәте,
Үҙе мәсехләгән батшаның һыйынысы, ҡотҡарыусыһы!
9Ҡотҡар халҡыңды,
Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир.
Уларға көтөүсе бул,
Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт!
Copyright information for
BakIBT2023