Psalms 3
1Дауыттың мәҙхиәһе. Улы Авшаломдан ҡасҡан ваҡытта әйтелгән ▼▼Ҡарағыҙ: «II Батшалар», 15:1–18:33.
.2Йә Раббы!
Дошмандарым ни тиклем күбәйҙе!
Күптәр миңә ҡаршы баш күтәрҙе.
3«Алла уны ҡотҡармаясаҡ!» – тигәндәр
Эргә-тирәмдә бихисап. Села
4Ә һин, Раббы, мине уратҡан ҡалҡанһың;
Һин – даным, башымды юғары сөйҙөрөүсе.
5Раббыға мин ауаз һалам –
Яуап ҡайтарыр изге тауынан. Села
6Ятам да йоҡлайым, йәнә уянам –
Раббы мине һаҡлай.
7Ҡурҡыу юҡ солғаған ғәм халыҡтан,
Ҡамап алһалар ҙа һәр тарафтан.
8Йә Раббым, ҡалҡ!
Ҡотҡара һал, Аллам!
Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына;
Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.
9Ҡотолоу бары Раббынан!
Халҡың өҫтөндә булһын фатихаң! Села
Copyright information for
BakIBT2023