Psalms 33
1Дауыттың мәҙхиәһе. Авимәләх алдында аҡылдан шашҡан булып ҡыланған һәм ҡыуылып китеп барған ваҡытында сығарылған.(Алеф) 2Гел генә Раббыға маҡтау-шөкөр яуҙырамын,
Уны данлау телемдән һис төшмәй.
(Бейт) 3Бар күңелдән Раббы менән маҡтанамын,
Иҙелгәндәр мине ишетеп шатланыр.
(Гимел) 4Ҙурлағыҙ минең менән бергә Раббыны,
Бергәләшеп Уның исемен ҙурлайыҡ.
(Далеҫ) 5Раббынан ярҙам һораным – яуап бирҙе,
Һәммә ҡурҡыуҙарҙан араланы.
(Һе) 6Уға баҡҡандарҙың йөҙҙәре нур сәсә,
Оятҡа ҡалып ҡыҙарынмаҫтар.
(Зайн) 7Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым,
Ул мине ишетте,
Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.
(Хеҫ) 8Раббынан ҡурҡҡандарҙы Уның фәрештәһе
Һәр яҡтан ҡамап торор һәм азат итер.
(Теҫ) 9Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле;
Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!
(Йод) 10Раббынан ҡурҡығыҙ, Уның изге бәндәләре,
Унан ҡурҡҡандар мохтажлыҡ күрмәҫ.
(Каф) 11Йәш арыҫландар ҙа табышһыҙ, ас ҡалыр;
Ә Раббыны эҙләгәндәр
Бер ниндәй яҡшылыҡтан да ҡоро ҡалмаҫ.
(Ламед) 12Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ:
Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға,
Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем.
(Мем) 13Әгәр кеше тормошонан ләззәт табып,
Рәхәтлектә ғүмер итәм тиһә,
(Нун) 14Телен яманлыҡтан тыйһын,
Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.
(Самех) 15Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын;
Тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.
(Ғайн) 16Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә,
Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.
(Пе) 17Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға –
Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай.
(Саде) 18Тәҡүәләр ялбарғанда Раббы ишетер,
Уларҙы бар бәләләрҙән азат итер.
(Ҡоф) 19Раббы күңеле китек булғандарға яҡын,
Ул рухы һынғандарҙы ҡотҡарыр.
(Реш) 20Тәҡүәләрҙең ҡайғылары күп булһа ла,
Раббы барыһынан да ҡотҡарыр.
(Син менән Шин) 21Уларҙың бөтә һөйәген һаҡлар,
Һис береһе һындырылмаҫ.
(Тау) 22Яуызға үҙ яманлығы үлем килтерер,
Тәҡүәгә нәфрәт тотҡан бәндә язаға дусар булыр.
23Раббы ҡолдарының йәнен йолоп алыр,
Уға һыйынған һәр берәү язанан ҡотолор.
Copyright information for
BakIBT2023