‏ Psalms 33:13-17

(Мем)

13Әгәр кеше тормошонан ләззәт табып,
Рәхәтлектә ғүмер итәм тиһә,
(Нун)

14Телен яманлыҡтан тыйһын,
Ауыҙын мәкер өсөн асмаһын.
(Самех)

15Яуызлыҡтан тайпылһын, яҡшылыҡ ҡылһын;
Тыныслыҡ эҙләһен, шуға ынтылһын.

(Ғайн)

16Раббының күҙе төбәлгән тәҡүәләргә,
Ҡолағы уларҙың ялбарыуҙарына асыҡ.
(Пе)

17Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға –
Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай.
Copyright information for BakIBT2023