Psalms 36
1Дауыттың мәҙхиәһе.(Алеф)Яуызлыҡ ҡылғандарға йәнең көймәһен,
Яманлыҡ эшләүселәрҙән көнләшмә!
2Сөнки улар үлән һымаҡ тиҙ арала ҡорор,
Йәшел үҫенте шикелле һулып ҡалыр.
(Бейт) 3Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл;
Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
4Раббы һинең ҡыуанысың булһын –
Ул һиңә йәнең ни теләй, шуны бирер.
(Гимел) 5Тормош юлыңды Раббыға тапшыр,
Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.
6Ул тоғролоғоңдо таңдай балҡытыр,
Ғәҙеллегеңде төшлөктәге ҡояштай итер.
(Далеҫ) 7Шым тор Раббы хозурында, бул сабыр;
Йәнең көймәһен тормошта уңышҡа өлгәшкән,
Маҡсатына ирешкән хәйләкәр затҡа.
(Һе) 8Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла,
Көнсөл булма – улар әҙәмде яҡшыға илтмәй.
9Яуызлыҡ эшләүселәр ҡырҡып ташланыр,
Раббыға өмөт бағлаусы ерҙе мираҫ итеп алыр.
(Уау) 10Саҡ ҡына көт, яуыз юҡҡа сығыр,
Булған ерендә уны эҙләп тә таба алмаҫһың.
11Ә баҫалҡыларға ер мираҫ ҡалыр,
Муллыҡ-именлектә хозурланып йәшәр.
(Зайн) 12Яуыз әҙәм тәҡүәгә мәкер ҡорор,
Уға ҡаршы тешен шығырҙатыр.
13Әммә бөйөк Хаким унан бары көлөр,
Сөнки уның һуңғы көнө киләсәген белер.
(Хеҫ) 14Ярлы-фәҡирҙе ергә ҡолатыр,
Тоғро юлдағыны һәләк итер өсөн
Залимдар ҡылысын сығарыр, йәйә кирер.
15Тик ҡылысы үҙ йөрәгенә ҡаҙалыр,
Уҡтары һәм йәйәләре һыныр.
(Теҫ) 16Тәҡүәнең аҙ ғына малы ла
Залимдарҙың ҙур байлығынан артыҡ.
17Сөнки яуыздарҙың һеңере өҙөлөр,
Тәҡүәләргә Раббы таяныс булыр.
(Йод) 18Камил бәндәләрҙең һәр көнө Раббы иғтибары аҫтында,
Биләмәләре мәңге үҙҙәренең ҡулында ҡалыр.
19Бәлә килгәндә улар түбәнһетелмәҫ,
Аслыҡ мәлендә тамаҡтары туҡ булыр.
(Каф) 20Ә яуыздар һәләкәткә төшөр,
Раббының дошмандары ялан гөлөләй ҡорор,
Төтөн һымаҡ таралыр ҙа юҡҡа сығыр.
(Ламед) 21Яман кеше бурысҡа алыр ҙа кире бирмәҫ,
Тәҡүә әҙәм ҡыҙғанмайынса өләшер.
22Раббы фатихаһын ҡаҙанғандар илде мираҫ итеп алыр.
Ул ләғнәт иткән бәндәләр тамырынан йолҡоп ырғытылыр.
(Мем) 23Раббы кешенең юлын хуп күрһә,
Уның аҙымдарын ныҡлы итер.
24Ундайҙар абынһа ла йығылмаҫ,
Сөнки Раббы етәкләп алған ҡулынан.
(Нун) 25Мин йәш инем, инде ҡартайҙым,
Әммә тәҡүәнең ситкә тибелгәнен,
Тоҡомоноң икмәк һорап теләнгәнен һис күрмәнем.
26Ул һәр саҡ ихлас бурысҡа биреп торор,
Тоҡомо хәйер-фатихалы булыр.
(Самех) 27Яманлыҡтан ҡас һин, яҡшылыҡ ҡыл,
Шул саҡ ғүмерең буйы имен йәшәрһең.
28Сөнки Раббы ғәҙеллекте һөйә,
Тәҡүә бәндәләрен ташламай.
Тоғроларын мәңге ҡурсалар,
Ә яуыздарҙың тоҡомо ҡороп ҡалыр.
29Тәҡүәләр илде мираҫ итеп алыр,
Унда мәңгелеккә төйәкләнер.
(Пе) 30Тәҡүәнең ауыҙынан аҡыл ағылыр,
Теленән ғәҙеллек тамыр.
31Сөнки Алланың ҡануны – йөрәгендә,
Аҙымдары юлдан һис тайпылмаҫ.
(Саде) 32Залим иһә тәҡүәне аңдып торор,
Уны үлтерергә форсат эҙләр.
33Әммә Раббы тоғроно яман ҡулына ташламаҫ,
Хөкөмдә уның ғәйепле түгеллеген раҫлар.
(Ҡоф) 34Раббыға өмөт бағла, Уның юлын тот,
Ул һине ҙурлар һәм илде мираҫҡа бирер.
Яуыздарҙың һәләкәтен үҙ күҙҙәрең менән күрерһең.
(Реш) 35Күргәйнем мин аяуһыҙ, залим әҙәмдең
Бай тупраҡта үҫкән ағас һымаҡ көслөлөгөн.
36Әммә үтеп китте лә юҡ булды,
Хатта эҙләһәм дә таба алманым.
(Син менән Шин) 37Керһеҙ күңелле бәндәгә күҙ һал, намыҫлыға ҡара,
Ул тыныс йәшәй, уның киләсәге бар.
38Фетнәселәр иһә барыһы ла юҡ буласаҡ,
Залимдарҙың киләсәге ҡырҡыласаҡ.
(Тау) 39Тоғроларға – ҡотолоу Раббынан,
Афәт мәлендә – Ул һыйыныр ышыҡ.
40Раббы уларға ярҙам итер, ҡотҡарыр,
Залимдарҙың ҡулынан ҡурсалап алыр,
Сөнки улар Раббыға һыйыныр.
Copyright information for
BakIBT2023