Psalms 37
1Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн әйтелгән.2Йә Раббы, асыуланып язалама мине,
Ярһыуыңда мине ғазаплама!
3Уҡтарың килеп ҡаҙалды,
Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.
4Асыуыңдан тәнемдә сәләмәт урыным ҡалманы,
Гонаһым арҡаһында һөйәктәремдең елеге кипте.
5Сөнки ғәйептәрем баштан ашты,
Күтәрмәҫлек йөк булып иңемә ятты.
6Алйотлоғом арҡаһында
Эренле, һаҫыҡ яраға баттым.
7Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм,
Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм.
8Эс-бауырым уттай яна,
Тәнемдә сәләмәт урыным юҡ.
9Тәҡәтем ҡороно, бөттө хәлем,
Йөрәгем әсенеүҙән иңрәйем.
10Эй бөйөк Хакимым, бөтә теләгәнем хозурыңда,
Көрһөнөүем Һинән йәшерен түгел.
11Йөрәк тыпырсына, көсөм ҡасты,
Хатта күҙҙәремдең нуры ҡайтты.
12Дуҫ-иштәрем ауырыуымды күреп ҡасты,
Яҡындарым минән йыраҡлашты.
13Ә йәнемде көҫәгәндәр тоҙаҡ ҡора,
Яманлыҡ теләүселәр һәләкәтемде юрай,
Көн оҙоно миңә ҡаршы мәкер уйлай.
14Ә мин һаңғырау шикелле ишетмәйем,
Телһеҙ әҙәмдәй ауыҙ асмайым;
15Телһеҙ-яуапһыҙ бәндәгә,
Бер һаңғырауға әйләндем.
16Инде өмөтөм Һиндә, йә Раббы,
Яуап ҡайтарырһың, Хакимым Аллам!
17Әйттем: «Хәлемде күреп шатланмаһындар,
Аяҡтарым абынғанда, үҙҙәрен өҫтөн тотмаһындар».
18Йығылыр сигемә еттем,
Хәсрәтемдән гелән яна эсем.
19Ғәйебемде таныйым мин,
Гонаһым өсөн ҡайғырам.
20Дошмандарым иҫән, көсәйәләр,
Сәбәпһеҙгә нәфрәт тотоусылар күбәйәләр.
21Улар яҡшылығыма яуызлыҡ менән яуап бирә,
Игелеккә ынтылғаным өсөн дошманлаша.
22Йә Раббым, мине ташлама!
Эй Илаһым, минән йыраҡлашма!
23Тиҙерәк ярҙамға ашыҡ, эй бөйөк Хакимым!
Минең ҡотҡарыусым Һинһең!
Copyright information for
BakIBT2023