‏ Psalms 38

1Йырсылар етәксеһенә: Йедуҫундың көйөнә. Дауыттың мәҙхиәһе.
2Ҡарар иттем: «Аҙымымды абайлап баҫайым,
Телемде гонаһ һөйләүҙән тыяйым;
Яуыз әҙәм янымда булғанда,
Ауыҙымды ауыҙлыҡлап тотайым».
3Шымып ҡалдым, ауыҙымдан һүҙ сыҡманы,
Хатта яҡшы хаҡында ла өндәшмәнем.
Әммә һыҙланыуым арта барҙы,
4Йөрәгем аяуһыҙ янды,
Уйҙарыма ялҡын ҡабынды,
Телемдән һүҙҙәр түгелде:
5«Белдер миңә ахырымды, Раббы,
Һанаулы көндәрем күпме ҡалды?
Беләйем фанилыҡтағы ғүмеремде!
6Бына, биргән көндәрең бер ҡарыш ҡына,
Һинең хозурыңда ул бер миҙгел һымаҡ.
Аяғында ныҡ баҫып торһа ла
Әҙәм ғүмере – иҫеп киткән бер ел генә». Села

7Кеше йөрөй бары күләгәләй,
Бушҡа ғына ығы-зығы килә,
Байлыҡ йыя, кемгә ҡаласағын белмәй.

8Эй бөйөк Хакимым, инде миңә нимә көтөргә һуң?
Бар өмөтөм минең Һиндә генә.
9Мине бөтә гонаһтарымдан арындыр,
Ахмаҡтарға мәсхәрә итергә бирмә.
10Ауыҙымды асмай тынып ҡалдым;
Сөнки Һин мине был хәлгә һалдың.
11Зинһар, туҡта мине язалауҙан,
Йоҙроғоңдоң көсөнән мин бөтөп барам.
12Кешене ғәйебе өсөн әрләп тәрбиәләйһең,
Көйә ашағандай, ҡәҙерле әйберҙәрен юҡ итәһең.
Ысынлап та әҙәм – бары тик бер һулыш ҡына. Села

13Ишет доғамды, йә Раббы,
Ялбарыуыма ҡолаҡ һал,
Күҙ йәштәремә битараф ҡалма!
Сөнки хозурыңда бер килмешәк,
Үткенсемен ата-бабаларым һымаҡ.
14Ситкә ал минән асыулы ҡарашыңды,
Бынан үтеп киткәнемә тиклем.
Тағы бер аҙ шатлыҡ татыйымсы.
Copyright information for BakIBT2023