‏ Psalms 39

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Мин сабырлыҡ менән Раббының ярҙамын көттөм;
Миңә боролдо, ялбарыуымды ишетте.
3Ул мине тәрән соҡорҙан,
Батҡаҡтан тартып сығарҙы,
Аяҡтарымды ташҡа баҫтырҙы,
Аҙымдарымды нығытты.
4Ауыҙыма яңы бер йыр һалды –
Аллабыҙға гүзәл маҡтау йыры.
Күптәр күреп тетрәнерҙәр әле,
Раббыбыҙға инанырҙар.

5Раббыға өмөт бағлаған,
Тәкәбберҙәргә йөҙ тотмаған,
Ялғанға эйәргәндәр менән ҡатнашмаған
Кеше ни тиклем бәхетле!
6Раббы Аллам, Һинең тиңдәшең юҡ!
Беҙҙең өсөн мөғжизәләрең, ниәтең күп;
Уларҙы аңлатмаҡ буламын да
Әйтергә мәжбүрмен: «Иҫәбе-һаны юҡ».

7Ҡорбан-саҙаҡаларға һушың китмәне,
Тотош яндырыу, гонаһ ҡорбандарын талап итмәнең.
Әммә минең ҡолағымды астың.
8Шунда әйттем: «Бына, килдем,
Төргәк китапта минең турала яҙылған.
9Эй Аллам, Һинең ихтыярыңды үтәүҙән мин зауыҡланам,
Ҡануның минең күңел түремдә».

10Оло йыйында һөйөнсөләнем хаҡлығыңды,
Ауыҙ йомоп торманым, беләһең, Раббы.
11Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды,
Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем,
Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде
Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.

12Раббы, мәхрүм итмә мине рәхим-шәфҡәтеңдән!
Мөхәббәтең менән тоғролоғоң һәр саҡ ҡурсалаһын!
13Сөнки иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәләләр солғап алды,
Гонаһтарым, ҡыуып етеп, күҙ алдымды томаланы,
Башымдағы сәсемдән дә күптәр улар.
Бер ниндәй сараһыҙ тороп ҡалдым.

14Рәхимле бул, Раббы, ҡотҡар мине!
Ярҙамға ашыҡ, йә Раббы!
15Йәнемә ҡул һуҙыусылар
Мәсхәрәгә төшөп хур булһын!
Зыян килтерергә теләгәндәр мыҫҡыл ителеп,
Барыһы ла кире сигенһен!
16«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр
Оятҡа ҡалып, ҡоттары осһон!

17Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар
Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр!
Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар:
Һәр саҡ: «Раббы бөйөк!» – тип әйтһендәр.

18Мин иһә бисара бер фәҡирмен,
Эй бөйөк Хакимым, минең хаҡта ҡайғыртаһың.
Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең,
Һуңлап ҡуйма инде, эй Аллам!
Copyright information for BakIBT2023