‏ Psalms 40

1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
2Ниндәй бәхетле фәҡир хаҡында ҡайғыртҡандар!
Раббы уны бәлә килгәндә ҡотҡарып ҡалыр.
3Раббы уны яҡлар, тормошон һаҡлар,
Ул ерҙә бәхетле ғүмер итер,
Раббы дошмандарының ҡулына бирмәҫ.
4Ауырып түшәккә йығылғанда,
Раббы уға терәк булыр,
Һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыр.

5Әйттем: «Йә Раббы, шәфҡәтле бул миңә,
Һиңә гонаһ ҡылдым, йәнемә шифа бир».
6Дошмандарым яманлыҡ теләйҙәр:
«Ҡасан дөмөгөр, исеме ҡасан юҡҡа сығыр?» – тиҙәр.
7Мине күрергә килгәндәр ялған һөйләй,
Эсенә боҙоҡлоҡ йыйып ултыра ла
Тышҡа сығыу менән ғәйбәт һата.
8Мине күрә алмағандар бышылдаша,
Ҡаршы яманлыҡ уйлайҙар.
9«Ул үлемесле ауырыуға дусар булды,
Түшәгенән башҡа тора алмаҫ», – тиҙәр.
10Хатта икмәгемде ашаған, ышанған дуҫым
Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

11Ә Һин, Раббым, ҡыҙғанып, мине аяҡҡа баҫтыр.
Мин быларға әжерҙәрен ҡайтарайым.
12Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә,
Мине хуш күреүеңде аңлармын.
13Ихлас булғаным өсөн мине һаҡларһың,
Мәңгегә хозурыңда тоторһоң.

14Мәңгелектән мәңгелеккәсә мөбәрәк
Исраилдың Аллаһы Раббы!
Амин, амин!
Copyright information for BakIBT2023