‏ Psalms 41

1Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.
2Ағын һыуҙарға ашҡынған болан һымаҡ,
Күңелем Һиңә ашҡына, Аллам!
3Аллаға, тере Аллаға сарсаған йәнем;
Ҡасан барырмын, хозурыңда булырмын, Аллам?
4«Ҡайҙа һуң һинең Аллаң?» – тип һәр көн мине йөҙәткәндә,
Күҙ йәшем ризығым булды иртә-кисен.
5Йөрәк һыҙлай, иҫкә төшкән һайын,
Күмәк халыҡ араһында килгәндәрем;
Шатлыҡ ауаздары менән маҡтау йырлап
Тантана иткән халыҡтың ташҡынында
Алла ҡорамына атлап ингәндәрем.

6Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең?
Һин өмөтөңдө бағла Аллаға!
Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға,
Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!

7Күңелем төшөнкө, шуға, Аллам,
Иордан һәм Хермон ерҙәрендә,
Мисар тауында Һине мин иҫкә алам.
8Шарлауыҡтарҙың шаулауы аша
Даръялар өндәшә даръяларға.
Һинең бөтә тулҡындарың, ташҡындарың
Үтеп китте минең өҫтән.

9Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер,
Төндә иһә мин йырлармын Уға,
Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.

10Таянысым – Аллама әйтермен:
«Ни өсөн мине оноттоң?
Ниңә дошмандарымдан иҙелеп
Йөрөйөм ҡайғы-хәсрәткә батып?»
11«Ҡайҙа Аллаң?» – тип дошмандарымдың
Көн оҙоно мыҫҡыл итеүҙәре
Елегемә төштө минең.

12Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең?
Һин өмөтөңдө бағла Аллаға!
Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға,
Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!
Copyright information for BakIBT2023