‏ Psalms 42

1Эй Алла, хөкөм ҡыл, хаҡлы сығар
Был иманһыҙ ҡәүемгә ҡаршы дәғүәмдә.
Мәкерле, боҙоҡ бәндәләрҙең ҡулынан ҡотҡар,
2Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам;
Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең?
Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән
Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым?
3Күндер миңә нурыңды, хәҡиҡәтеңде,
Улар мине әйҙәп барһын,
Һинең мөҡәддәс тауыңа, торлағыңа алып килһен.
4Унда мин Алланың ҡорбан усағына,
Илаһыма – һөйөнөсөм, йыуанысыма – килермен;
Арфала уйнап Һине данлармын,
Эй Алла, Илаһым минең.

5Ниңә өҙөләһең, йәнем, көйөнәһең?
Һин өмөтөңдө бағла Аллаға!
Мин тағы ла рәхмәттәр уҡырмын Уға,
Мине күреп торған һәм ҡотҡарасаҡ Аллама!
Copyright information for BakIBT2023