Psalms 44
1Йырсылар етәксеһенә: «Лилиә сәскәләре» көйөнә. Ҡорах улдарының уйланыуҙары. Ғишыҡ йыры.2Күңелемдә таша күркәм һүҙҙәр,
Шиғырымды бағышлайым батшаға,
Маһир кәтип ҡәләмеләй булһын телем.
3Әҙәм балалары араһында иң гүзәл һин,
Иренең – миһырбан инеше,
Шулай Алла мәңгегә һине фатихалаған.
4Таҡ ҡылысыңды билеңә, батыр яугир!
Дан-шөһрәтең, дәрт-дарманыңа төрөнөп,
5Атыңа менеп, еңеүгә табан сап.
Тыйнаҡлыҡ менән хәҡиҡәт һәм ғәҙеллек хаҡына
Уң ҡулың тетрәткес эштәр ҡылһын.
6Башаҡтары осло уҡтарыңдың.
Дошмандарыңдың йөрәгенә ҡаҙалыр,
Халыҡтар аяғың аҫтына йығылыр.
7Тәхетең, Алла тәхете һымаҡ, мәңгелек.
Батшалыҡ таяғың – ғәҙеллек таяғы.
8Яратаһың дөрөҫлөктө, золомға нәфрәт тотаһың.
Шуға күрә Алла, һинең Аллаң,
Шатлыҡ майы менән һине мәсехләне,
Дуҫтарыңдан һине өҫтөн ҡуйҙы.
9Кейемеңдән мирра, йөҙйәшәр, кассия еҫе аңҡый;
Фил һөйәге менән биҙәлгән һарайыңда
Ҡыллы уйын ҡоралдарының моңдары күңелеңде аса!
10Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары.
Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң,
Зиннәттәре уның Офир алтынынан.
11Эй батша ҡыҙы, тыңла, ҡара, ҡолаҡ һал,
Инде үҙ халҡыңды, атаң йортон онот.
12Һинең гүзәллегеңде теләп тоҡанһа батша,
Ул – хакимың, ҡаршыһында башыңды эй.
13Тир ҡыҙы бүләктәр менән килер,
Байҙар илтифатыңды ҡаҙанырға ынтылыр.
14Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә,
Кейемдәре алтын менән нағышланған.
15Сигеүле кейемдәрҙә уны батша янына оҙаталар,
Тиңдәш ҡыҙҙары, әхирәттәре эйәргән.
16Ҡыуанышып, гөрләшеп киләләр,
Батшаның һарайына алып инәләр.
17Ата-бабаң урынына улдарың булыр, эй батша;
Уларҙы бөтә ер өҫтөнә хакимдар итеп ҡуйырһың.
18Исемеңде быуындан-быуынға йәшәтермен,
Халыҡтар һине мәңге һәм мәңге данлар.
Copyright information for
BakIBT2023