‏ Psalms 48

1Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.
2Ишетегеҙ быны бар халыҡтар!
Тыңлағыҙ, донъяла йәшәүселәр:
3Затлылар ҙа, ябайҙар ҙа,
Байҙар менән ярлылар ҙа!
4Ауыҙымдан ағылыр хикмәтле һүҙҙәр;
Аңлау бирер күңелемдәге фекерҙәр.
5Ҡолағымды хикмәткә борормон,
Лира уйнап йомаҡ серен асырмын.

6Ниңә ҡурҡырға миңә яман көндәрҙә,
Мәкерлеләрҙең яуыз эштәре мине уратып алғанда?
7Улар мал-мөлкәттәренә өмөтләнә,
Бөткөһөҙ байлығына маҡтана.
8Кеше яҡынының ғүмерен йолом түләп ҡотҡара алмаҫ,
Һис кем Аллаға ғүмер өсөн етерлек түләй алмаҫ.
9 10Кеше йәненең баһаһы ифрат ҡиммәт –
Кеше мәңге ғүмер һөрә алһын,
Бер ваҡытта ла ҡәбергә кермәһен өсөн
Һис ҡасан түләп бөтөрлөк түгел.

11Күрәбеҙ бит: аңһыҙ менән алйот һымаҡ,
Аҡыл эйәһе лә мәрхүм була.
Йыйған малы башҡаларға тороп ҡала.
12Ерҙәренә үҙҙәренең исемдәрен ҡушһалар ҙа,
Ҡәберҙәре – улар өсөн мәңгелек йорт,
Быуындан-быуынға улар шунда ҡалыр.
13Ни тиклем генә хөрмәтле булғанда ла
Кеше ғүмере мәңгелек түгел,
Ул да хайуандар һымаҡ үлемле.

14Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы
Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села
15Улар һарыҡ һымаҡ үлеләр донъяһына ҡыуылыр;
Үлем уларға көтөүсе булыр.
Ҡупшы йорттарынан алыҫта –
Ҡәберҙә тәндәре сереп ҡалыр.
Иртәгәһен намыҫлылар уларҙың өҫтөнән тапап йөрөр.
16Әммә Алла мине йолоп алыр,
Үлеләр донъяһы хакимлығынан ҡотҡарыр. Села

17Ҡыҙыҡма берәйһе байып китһә,
Йортоноң даны артҡандан-артһа.
18Үлгәс, бер нәмә лә алып китә алмаҫ,
Шөһрәте ҡәбергә артынан эйәреп төшмәҫ.
19Иҫән саҡта үҙен бәхетлегә һанаһа ла,
Уңыш ҡаҙанған, тип маҡталһа ла,
20Ул барыбер яҡтылыҡтан мәңге мәхрүм
Ата-бабаларының янына күсер.
21Байлығы була тороп, аҡылы булмағандар
Үлемле хайуанға оҡшаш.
Copyright information for BakIBT2023