Psalms 51
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың уйланыуҙары.2Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған ▼
▼ Ҡарағыҙ: «І Батшалар», 22:9.
. 3Эй ҡаһарман! Нимә яуызлығың менән маҡтанаһың?
Алланың тоғро мөхәббәте һәр даим минең менән.
4Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй,
Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
5Яҡшылыҡтан яманлыҡты,
Хаҡ һүҙҙән ялғанды нығыраҡ яратаһың. Села
6Мәкерле тел!
Йәрәхәтләй торған һүҙҙәрҙе һин хуп күрәһең.
7Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр,
Сатырыңдан сығарып ырғытыр,
Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села
8Тәҡүәләр быны күреп ҡурҡыуға ҡалыр,
Улар, һинән көлөп, былай тиер:
9«Бына был әҙәм Аллаға һыйынманы,
Байлығының күплегенә өмөтләнде;
Башҡаларға яуызлыҡ ҡылып көсәйҙе».
10Ә мин Алланың йортонда –
Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын.
Ғүмерем буйы Алланың
Тоғро мөхәббәтенә ышанам.
11Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн
Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын,
Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын,
Сөнки Һин – игелек сығанағы.
Copyright information for
BakIBT2023