Psalms 53
1Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдарында. Дауыттың уйланыуҙары2Зиф кешеләре килеп Шаулға: «Дауыт беҙҙең яҡтарҙа ҡасып ята», – тип әйткәндән һуң сығарылған ▼
▼Ҡарағыҙ: «I Батшалар», 23:19; 26:1.
. 3Эй Алла, исемең хаҡына мине ҡотҡар,
Ҡөҙрәтең менән мине хаҡҡа сығар!
4Эй Алла, доғамды тыңлаһана,
Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.
5Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты,
Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй,
Улар һанламай Алланы. Села
6Әммә Алла миңә ярҙам итер,
Бөйөк Хаким йәнемә таяныс булыр.
7Дошмандарымдың яуызлыҡтары үҙҙәренең башына төшһөн,
Тоғролоғоңдо күрһәт – Һин уларҙы юҡҡа сығар.
8Һиңә нәфел ҡорбандары килтерермен,
Изге исемеңә шөкөраналар ҡылырмын, Раббы.
Сөнки Һин – игелек сығанағы.
9Һин мине бөтә бәләләрҙән ҡотҡарҙың,
Тантана менән ҡарайым дошмандарға.
Copyright information for
BakIBT2023