‏ Psalms 56

1Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры. Шаулдан ҡасып мәмерйәгә йәшенгән сағында сығарылған
Ҡарағыҙ: «I Батшалар», 22:1; 24:3.
.

2Рәхимле бул, Алла, рәхимле бул!
Минең йәнем Һиндә ышыҡ таба.
Бәлә-ҡаза үтеп киткәнгәсә,
Ҡанаттарың күләгәһендә мин урын алам.

3Юғарыларҙан Юғары Алланы,
Миңә игелектәр ҡылған Алланы саҡырам.
4Күктән ярҙамын ебәреп, Ул мине ҡотҡарыр,
Эҙәрләүселәрҙе рисуай итер. Села
Миңә мөхәббәтен һәм тоғролоғон күндерер.

5Кеше ашаусы арыҫландар араһында мин –
Һөңгө-уҡ һымаҡ уларҙың тештәре;
Үткер ҡылыс кеүек телдәре.

6Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ,
Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!

7Аяҡтарыма улар ау ҡорҙо,
Күңелем төшөнкөлөккә батты;
Йөрөр юлымда соҡор ҡаҙҙылар,
Эсенә үҙҙәре ҡоланылар. Села

8Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә,
Күңелем минең тоғро!
Мин Һиңә көйләрмен, мәҙхиәләр йырлармын.
9Эй уян һин, рухым, уян!
Уян, лирам, уян арфам,
Таңғы шәфәҡте мин уятайым!
10Эй бөйөк Хаким, халыҡтар араһында
Һиңә рәхмәттәр уҡырмын;
Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын.
11Тоғро мөхәббәтең – күктәргә тиклем,
Тоғролоғоң болоттарҙан аша.
12Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ,
Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен!
Copyright information for BakIBT2023