Psalms 57
1Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Дауыттың шиғыры.2Эй хөкөмдарҙар, ғәҙелме һөйләгән һүҙҙәрегеҙ?
Дөрөҫ хөкөм итәһегеҙме һеҙ кешеләрҙе?
3Юҡ! Күңелегеҙ тулы ғәҙелһеҙлек,
Ҡулдарығыҙ ер йөҙөнә йәбер-золом сәсә.
4Яуыз бәндә әсә ҡарынынан алып аҙғын,
Тыуғанынан алып юлдан яҙған, һөйләй ялған.
5– 6Уларҙың ағыуы ҡара йылан ағыуылай зәһәр.
Оҫта арбаусыны ишетмәҫ өсөн
Ҡолағын ҡаплаған ҡара йылан һымаҡ улар.
7Эй Аллам, ҡыр ауыҙҙарындағы тештәрен,
Һындыр, Раббым, ул йәш арыҫландарҙың яңаҡ һөйәген!
8Ағып киткән һыу һымаҡ юҡҡа сыҡһындар.
Йәйә киргәндә уҡтары урталай һынһын.
9Ҡабырсағында ирегән ҡусҡар һымаҡ булһындар.
Үле тыуған бала кеүек ҡояш нуры күрмәһендәр.
10Улар усаҡҡа яғырға әҙерләнгән,
Әле гөлтләп янып киткән,
Ҡаҙанды йылытып та өлгөрмәйенсә
Елгә осҡан сәнскәк һымаҡ булһын.
11Яуыздан үс алынғанға тәҡүә ҡыуаныр,
Уларҙың ҡанында аяғын йыуыр.
12Шул ваҡыт кешеләр әйтер:
«Ысынлап та, тәҡүә кеше өсөн әжере бар.
Хаҡ, донъяға хөкөм ҡылған Алла бар!»
Copyright information for
BakIBT2023