Psalms 65
1Йырсылар етәксеһенә: Йыр-мәҙхиә.Эй ер йөҙөндәге бар кешеләр,
Ҡыуанышып Алланы маҡтағыҙ!
2Уның исемен данлап йырлағыҙ,
Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!
3Аллаға былай тип әйтегеҙ:
«Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең!
Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең,
Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.
4Бөтә донъя Һиңә сәждә ҡылыр,
Мәҙхиә уҡыр,
Исемеңде маҡтап йырлар». Села
5Эй килегеҙ, Алланың ғәмәлдәрен күрегеҙ!
Ниндәй дәһшәтле хикмәттәр ҡылды
Әҙәм улдарының күҙ алдында:
6Диңгеҙҙе ҡороға әйләндерҙе,
Йылғаны халыҡ йәйәүләп кисеп сыҡты.
Уның ҡылғандарына ҡыуандыҡ шунда.
7Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә,
Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора:
Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села
8Эй халыҡтар, Аллабыҙға шөкөрана ҡылығыҙ,
Маҡтау ауаздарығыҙ яңғырап торһон.
9Ул беҙҙең ғүмеребеҙҙе һаҡлай,
Аяғыбыҙға тайып китергә бирмәй.
10Эй Илаһым, Һин беҙҙе тикшерҙең,
Көмөштө таҙартҡан һымаҡ иретеп һынаның.
11Һин беҙҙе ауға төшөрҙөң,
Иңебеҙгә ғазап һалдың.
12Һыбайлыларҙы башыбыҙ аша үткәрттең;
Беҙҙе уттар, һыуҙар аша уҙғарҙың,
Ахырҙа иркенгә алып сыҡтың.
13Ҡорамыңа тотош яндырыу ҡорбандары менән инермен,
Әйткән нәҙерҙәремде үтәрмен –
14Бәлә килгәндә телемдән төшкән,
Ауыҙымдан сыҡҡан нәҙерҙәрҙе.
15Һимеҙ малдарҙы тотош яндырыу ҡорбаны итермен,
Һарыҡ тәкәләрен хуш еҫ ҡорбанына төтәҫләрмен,
Һыйыр малы, кәзә тәкәләре килтерермен. Села
16Эй һеҙ, Алланан ҡурҡҡандар, килегеҙ, тыңлағыҙ,
Уның миңә ниҙәр эшләгәнен һөйләп бирәм.
17Ауыҙым менән Уны саҡырҙым,
Телем менән ҙурлап туйманым.
18Йөрәгемдә боҙоҡлоҡҡа урын бирһәм,
Раббы мине ишетмәгән булыр ине.
19Ә Алла мине тыңланы,
Доғам ауазына ҡолаҡ һалды.
20Рәхмәттәр яуһын Аллаға!
Доғамды кире ҡаҡманы,
Тоғро мөхәббәтенән мине мәхрүм итмәне.
Copyright information for
BakIBT2023