‏ Psalms 66

1Йырсылар етәксеһенә: Ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Йыр-мәҙхиә.
2Алла беҙгә мәрхәмәтле булһын, фатиха бирһен;
Беҙҙе йөҙөнөң нуры менән балҡытһын. Села
3Шул саҡ ер йөҙөндә юлың мәғлүм булыр,
Бар халыҡтар араһында ҡотҡарыуың билдәле булыр.

4Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен,
Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!

5Ҡәүемдәр ҡыуанып күңел асһын,
Сөнки Һин халыҡтарҙы ғәҙел хөкөм итәһең,
Ер йөҙөндәге ҡәүемдәргә юл күрһәтәһең. Села

6Эй Алла, халыҡтар Һиңә шөкөр итһен,
Бөтә халыҡтар рәхмәт яуҙырһын!

7Тупраҡ уңышын бирә;
Алла, Аллабыҙ беҙгә бәрәкәт бирһен.
8Алла беҙгә фатихаһын бирһен,
Әйҙә, ерҙең һәр тарафындағылар
Унан ҡурҡып, Уны хөрмәт итеп торһон.
Copyright information for BakIBT2023