Psalms 69
1Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы хәтеренә төшөрһөн өсөн.2Эй Алла, ҡотҡар мине!
Йә Раббы, ярҙамға ашыҡ!
3Йәнемде алырға ҡырсынғандар
Мәсхәрәгә төшөп хур булһын!
Зыян килтерергә теләгәндәр, мыҫҡыл ителеп,
Барыһы ла кире сигенһен!
4«Әһә, әһә!» – тиеп мине үсәгәндәр
Оятҡа ҡалып, артҡа боролһон!
5Һиндә шатлыҡ-ҡыуаныс тапһындар
Барса Һиңә табан йүнәлгәндәр!
Эй Ҡотҡарыусы, Һине яратҡандар
Һәр саҡ: «Алла бөйөк!» – тип әйтһендәр.
6Мин иһә бисара бер фәҡирмен,
Эй Алла, ярҙамға ашыҡ!
Ярҙамсым һәм ҡотҡарыусым Һинһең,
Һуңлап ҡуйма инде, эй Раббым!
Copyright information for
BakIBT2023