Psalms 73
1Асафтың уйланыуҙары.Эй Алла, ниңә Һин беҙҙән мәңгелеккә ваз кистең?
Ниңә беҙгә, көтөүеңдең ҡуйҙарына, асыуың тоҡанды?
2Борон уҡ Үҙең һайлап алған халҡыңды,
Үҙеңдең милкең булһын тип йолоп ҡалған ырыуҙы,
Үҙеңә төйәк иткән Сион тауын иҫеңә төшөр.
3Мәңгелек харабаларға табан атла,
Күр, дошман Изге торлағыңдағы бар нәмәне ватҡан.
4Һин беҙҙең менән осрашҡан ерҙә
Бөгөн дошмандарың ырылдаша,
Еңеү билдәһе итеп үҙ әләмдәрен күтәрҙеләр.
5Урман шырлығында балта тотоп
Йөрөгән бәндәгә оҡшаш улар,
6Уның ырып биҙәлгән әйберҙәрен
Балта һәм сапҡыс менән сабалар.
7Изге торлағыңа ут төрттөләр,
Исемең төйәкләнгән урынды
Ергә ҡолатып нәжесләнеләр.
8Эстәренән: «Һәммәһен емерәйек!» – тип,
Илдә Аллаға табыныу урындарын көл иттеләр.
9Инде беҙ илаһи билдәләребеҙҙе күрмәйбеҙ,
Пәйғәмбәрҙәр ҙә ҡалманы,
Ҡасанғаса был хәл – һис кем белмәй.
10Эй Алла, ҡасанға саҡлы дошман Һине хурлар?
Исемеңде мәңге мыҫҡыллармы?
11Нишләп Һин ҡулыңды кире алдың?
Уң ҡулыңды сығар ҡуйыныңдан, быға сик ҡуй!
12Һин, Алла, әүәлдән минең Батшам,
Ер йөҙөнә ҡотолоу алып киләһең.
13Һин ҡөҙрәтең менән диңгеҙҙе уртаға бүлдең,
Һыуҙарҙағы ғифриттәрҙең башын иҙҙең.
14Ливъяҫандың ▼
▼ Ливъяҫан – бөгөнгө көндә беҙгә мәғлүм булмаған ғәләмәт ҙур һыу хайуаны.
баштарын емерҙең,Сүл йыртҡыстарына уны емтек иттең.
15Инешкә юл ярып, шишмәләр ағыҙҙың,
Мул һыулы йылғаларҙы ҡороттоң.
16Көн дә – Һинеке, төн дә – Һинеке,
Ай менән ҡояшты Һин күккә беркеттең,
17Ерҙең бөтә сиктәрен Һин билдәләнең,
Йәйҙе лә, ҡышты ла Һин бар ҡылдың.
18Иҫеңдә тот, Раббы, дошман Һине нисек хурлай,
Ахмаҡ халыҡ исемеңде нисек мыҫҡыл итә.
19Күгәрсенеңдең йәнен йыртҡыстарға бирмә,
Фәҡирҙәреңдең хәлен мәңге онотма.
20Беҙҙең менән төҙөгән килешеүеңә иғтибар һал,
Юҡһа илдең ҡараңғы мөйөштәре
Йәбер-золом менән тулған.
21Иҙелгәндәр оятҡа ҡалып ҡуймаһын,
Ярлылар менән мохтаждар исемеңә дан йырлаһын.
22Күтәрел, эй Алла, дәғүәңде Һин хәл ит!
Онотма алйоттарҙың Һине көн һайын хурлағанын!
23Онотма дошмандарыңдың шаулашыуын;
Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең гөжләүе
Бер туҡтауһыҙ нығыраҡ яңғырағанын!
Copyright information for
BakIBT2023