Psalms 75
1Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.2Йәһүҙә илендә Алла мәшһүр,
Исраилда Уның исеме бөйөк.
3Уның торлағы Сәлимдә ▼
▼ Сәлим – йәғни Йәрүсәлим.
,Йәшәгән ере Сионда.
4Ошо ерҙә һындырҙы йәшен кеүек уҡтарҙы,
Ҡалҡан-ҡылыстарҙы – ҡоралдарҙы.
5Йә Алла, Һинән бөркөлә яҡтылыҡ,
Кейеккә бай тауҙарҙан да ғиззәтлерәк Һин!
6Ҡаһарман яугирҙәр үҙҙәре яумал булды,
Улар үлем йоҡоһона талды,
Һуғышсыларҙың ҡул күтәрер көсө ҡалманы.
7Эй Яҡуп Аллаһы! Һинең дәһшәтле ауазыңдан
Яу арбаларын йөрөтөүселәр,
Аттары менән бергә йығылып, мәңгегә тынды.
8Һин ысынлап та дәһшәтле!
Ярһығаныңда кем Һиңә ҡаршы тора алһын?
9– 10Һин хөкөмөңдө күктәрҙән иғлан иттең!
Эй Алла, Һин хөкөм ҡылам тип,
Донъялағы иҙелгәндәрҙе ҡотҡарам тип ҡуҙғалдың.
Шунда ер йөҙө ҡурҡыштан тынып ҡалды.
11Хатта кешеләрҙең асыуы ла Һиңә дан килтерер –
Уларҙың ҡалдыҡ ярһыуын Һин баҫырһың.
12Раббыға, Аллағыҙға, нәҙер әйтегеҙ,
Нәҙерегеҙҙе еренә еткереп үтәгеҙ!
Дәһшәтле Алланың эргә-тирәһендәгеләр
Уға бүләктәр алып килһендәр!
13Ул хакимдарҙың рухын Үҙенә буйһондора,
Ул ер йөҙөнөң батшаларын ҡурҡыуға һала.
Copyright information for
BakIBT2023