‏ Psalms 77

1Асафтың уйланыуҙары.
Эй халҡым, тыңла нәсихәтемде,
Ҡолаҡ һал ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәргә.
2Ауыҙымды хикмәт менән асайым,
Боронғо серҙәрҙе әйтәйем.
3Ишеткәнде, белгәндәребеҙҙе,
Аталарыбыҙҙың һөйләгәнен
4Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ:
Раббының данға лайыҡ эштәрен,
Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен
Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.

5Раббы Яҡупҡа күрһәтмәләрен күндергән,
Исраилға ҡанун биргән.
Был тәғлимәтте балаларына өйрәтһен тип,
Ата-бабаларыбыҙға бойорған.
6Килер быуын, тыуыр балалар белһендәр,
Улар үҙ балаларына аңлатһындар:
7Өмөттәрен Аллаға улар бағлаһын,
Алла ғәмәлдәрен онотмаһын,
Бойороҡтарын бойомға ашырһын;
8Ата-бабалары һымаҡ булмаһындар:
Сөнки улар тиҫкәре, фетнәсел быуын булды;
Күңелдәре тотороҡһоҙ,
Рухтары Аллаға тоғро түгел ине.

9Ана, уҡ-һаҙаҡлы Әфраим улдары
Алыш көнөндә арттарына боролоп ҡасты.
10Сөнки улар Алла менән килешеүҙе боҙҙо,
Уның ҡануны буйынса йәшәүҙән баш тартты.
11Оноттолар Уның ғәмәлдәрен,
Уларға күрһәткән мөғжизәләрен.
12Алла Мысырҙа Соған тигеҙлегендә,
Ата-бабаларының күҙ алдында,
Мөғжизә-хикмәттәрен күрһәтте.
13Диңгеҙҙе ярып, уларҙы ҡоронан алып сыҡты;
Һыуҙарҙы диуар һымаҡ үрә торғоҙҙо.
14Көндөҙ болот, төндә ут яҡтыһы менән,
Уларға гел юл күрһәтеп барҙы.
15Сүлдә ҡая ярып һыу сығарҙы;
Төпһөҙ даръяларҙан һуғарғандай,
Уларға туйғансы һыу эсерҙе.
16Ҡая таштан шишмә урғылтты,
Һыу йылға һымаҡ сылтырап аҡты.

17Әммә улар гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр,
Сүлдә Юғарыларҙан Юғарыға ҡаршы баш күтәрҙеләр.
18Йәндәре теләгән ризыҡ һорап,
Тиҫкәреләнеп Алланы һынанылар.
19«Алла сүлдә табын ҡора аламы?» – тип,
Аллаға ҡаршы бурылданылар.
20Бына Ул ҡаяға һуҡты – һыу атылды,
Гөрләүектәр ашып ташты.
«Инде Ул халҡына икмәк бирә алырмы?
Халҡына ит ашата алырмы?»

21Раббы быны ишетеп бик асыуланды,
Яҡупҡа нәфрәт уты тоҡанды,
Исраилға ҡарата ярһыны.
22Сөнки Аллаға инанманылар,
Ҡотҡарырына ышанманылар.
23Алла болоттарға бойороҡ бирҙе,
Күк ҡабағын киреп асты.
24Уларға ашар өсөн майҙә яуҙырҙы,
Күктең икмәген бирҙе уларға.
25Әҙәм балалары фәрештәләр икмәген татыны;
Тамаҡтары туйғансы шуны ашаны.
26Көнсығыш елен иҫтерҙе Ул күктәрҙә,
Ҡөҙрәте менән көньяҡ елен ҡуптарҙы.
27Саң-туҙандай ит яуҙырҙы баштарына,
Ҡош ебәрҙе диңгеҙҙәге ҡом ҡәҙәрле
28Тупламдарының уртаһына,
Торлаҡтарының әйләнә-тирәһенә.
29Алҡынғанса ашанылар ҙа туйҙылар;
Теләктәрен бойомға ашырҙы Алла.
30Әммә әле күҙҙәре туйып өлгөрмәгәйне,
Әле ауыҙҙарында ине иттәре.
31Алла ҡәһәрен ебәрҙе өҫтәренә:
Иң көслөләрен үлтерҙе,
Исраилдың егеттәрен йығып һалды.

32Хатта шунда ла гонаһ ҡылыуҙарын дауам иттеләр,
Алланың мөғжизәләренә ышанманылар.
33Алла уларҙың көндәрен мәғәнәһеҙ мәшәҡәттә,
Йылдарын ығы-зығыла һәләк итте.
34Алла ҡайһыларын үлтерһә,
Шунда ғына ҡалғандар Уға ынтылыр,
Йәнә Уны эҙләргә тотонор булды.
35Алла уларҙың ҡаяһы булғанын,
Юғарыларҙан Юғарының уларҙы йолоусы икәнен
Иҫтәренә төшөрәләр ине.
36Ауыҙҙары менән Уға ярамһаҡландылар,
Телдәре менән ялғанды һөйләнеләр.
37Ә йөрәктәре менән Уға берекмәнеләр,
Килешеүенә тоғролоҡ һаҡламанылар.
38Ул рәхимле – ғәйептәрен ғәфү итте;
Уларҙы ҡырырға теләмәне;
Күп тапҡыр асыуын йотто,
Бөтә ярһыуына юл ҡуйманы.
39Иҫтә тотто: улар тик тән генә,
Улар иҫеп киткән һәм кире ҡайтмаған ел һымаҡ.
40Нисә тапҡыр сүлдә Уға ҡаршы фетнә күтәрҙеләр,
Ҡыу далала Уны күпме көйҙөрҙөләр!
41Ҡабат-ҡабат һынанылар Алланы,
Исраилдың Мөҡәддәсен рәнйеттеләр.
42Иҫкә алманылар көслө ҡулын,
Үҙҙәрен дошмандан ҡотҡарған көндө,
43Мысырҙа күрһәткән хикмәттәрҙе,
Соған тигеҙлегендә ҡылған мөғжизәләрҙе.
44Мысырҙар һыуҙарын эсә алмаһын тип,
Йылғаларын ҡанға әйләндерҙе.
45Уларҙы күгәүендәргә емтек итте,
Өҫтәренә тәлмәрйендәр ебәреп, юҡ итте.
46Игендәрен ҡарышлауыҡтарға,
Уңыштарын саранчаға бирҙе.
47Йөҙөмдәрен борсаҡтан һуҡтырҙы,
Ҡырағай инжир ағастарын боҙ ҡырҙы.
48Малдары боҙ-борсаҡтан ҡырылды,
Көтөүҙәрен йәшен һуҡты.
49Мысырҙарҙың өҫтәренә ялҡынлы ярһыуын,
Асыуын, нәфрәтен, бәлә-ҡазаларын түкте,
Һәләкәт фәрештәләрен ебәрҙе.
50Асыу-ярһыуына юл ҡуйҙы,
Йәндәрен үлемдән һаҡламаны,
Уларҙы үләткә дусар итте.
51Мысырҙарҙың беренсе булып тыуған ир балаларын,
Хам сатырҙарындағы ирлек ҡеүәтенең тәү емештәрен ҡырҙы.

52Үҙ халҡын иһә унан ҡуй һымаҡ алып сыҡты,
Сүлдә уларҙы көтөү һымаҡ ҡурсып йөрөттө.
53Хәүефһеҙ алып барҙы – һис ҡурҡманылар;
Дошмандарын иһә диңгеҙ йотто.
54Уларҙы мөҡәддәс тупрағына,
Уң ҡулы яулап алған тауға килтерҙе.
55Алдарынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙы,
Биләмәгә тупраҡтарын
Исраил ырыуҙарына бүлеп бирҙе.
Халҡын уларҙың сатырҙарына урынлаштырҙы.

56Әммә улар Юғарыларҙан Юғары
Алланы һынауҙан туҡтаманы,
Уға ҡаршы баш күтәрҙе,
Уның күрһәтмәләрен тотманы.
57Ата-бабалары һымаҡ хыянат итте, һатлыҡ булдылар,
Ышанысһыҙ йәйә һымаҡ бөгөлдөләр.
58Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтары менән
Алланы асыуландырҙылар,
Һындары менән көнсөллөгөн уяттылар.
59Барыһын күреп-ишетеп торған Алла
Исраилды бөтөнләйгә ситкә типте.
60Шилолағы торлағынан,
Кешеләр араһында ҡорған сатырҙан ваз кисте.
61Үҙенең ҡөҙрәт-шөһрәт билдәһен
Дошмандың ҡулына әсирлеккә бирҙе.
62Үҙ биләмәһе булған халҡына асыуланып,
Уны ҡылыс хөкөмөнә дусар итте.
63Егеттәрен ялҡын ялмап йотто,
Ҡыҙҙары туй йырҙарынан мәхрүм ҡалды.
64Ҡаһиндары ҡылыстан ҡырылды,
Тол ҡалған ҡатындары матәм йолаһы үткәрә алманы.

65Әммә бер мәл бөйөк Хаким йоҡонан уянған һымаҡ,
Шараптан айныған батыр һымаҡ ҡалҡты.
66Дошмандарын тар-мар итте, ҡыуҙы,
Уларҙы мәңгелеккә мәсхәрәгә батырҙы.
67Йософтоң сатырын ситкә типте,
Әфраим ырыуын һайламаны;
68Үҙенә Йәһүҙәнең тоҡомон,
Яратҡан Сион тауын һайланы.
69Изге торлағын бейек күк кеүек ҡорҙо,
Ер йөҙө һымаҡ мәңгелек итеп һалды.
70Ҡоло Дауытты һайланы,
Уны һарыҡ аҙбарынан алды.
71Ул Дауытты һауын һарыҡтары,
Ҡуйҙар көткән ерҙән алды;
Үҙенең халҡы Исраилға,
Биләмәһе Яҡупҡа көтөүсе итеп ҡуйҙы.
72Дауыт уларҙы саф йөрәк менән көттө,
Оҫта ҡул менән әйҙәп йөрөттө.
Copyright information for BakIBT2023