Psalms 79
1Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.2– 3Тыңла беҙҙе, Исраилдың Көтөүсеһе,
Йософ нәҫелен ҡуй көтөүсеһеләй етәкләп йөрөткән Һинһең,
Кирубтарҙың өҫтөндә тәхет ҡорғанһың,
Әфраим, Бинйәмин, Менашше алдында нурыңды сәс,
Ҡөҙрәтеңде күрһәт, беҙҙе ҡотҡарырға кил!
4Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар, эй Алла!
Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!
5Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса
Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?
6Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең,
Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең.
7Күршеләребеҙҙең талашына сәбәп иттең,
Дошмандарыбыҙ бот сабып көлә.
8Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар,
Йөҙөңдән нур сәсеп беҙҙе ҡотҡар!
9Мысырҙан бер йөҙөм ботағы алып килдең,
Ҡәүемдәрҙе ҡыуып, уны тупраҡҡа ултырттың.
10Уның өсөн урын әҙерләнең,
Тамыр йәйеп илгә таралды.
11Күләгәһе тауҙарҙы ҡапланы,
Ботаҡтары – ғорур кедрҙарҙы.
12Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде,
Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте.
13Ниңә Һин уның ҡоймаларын емерҙең?
Емештәрен йолҡа һәр үткенсе,
14Ҡырағай сусҡалар төбөн соҡой,
Ҡыр йәнлектәре һабаҡтарын кимерә.
15Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, кире борол!
Ҡараһана күктән!
Күр ҙә илтифат ит йөҙөм ағасына.
16Уң ҡулың ултыртҡан үрсемде,
Үҙең ныҡлыҡ биргән уланды ҡурсала.
17Ҡырҡып ташланған ул, яндырылған…
Быны эшләгәндәр Һинең
Асыулы ҡарашыңдан юҡҡа сыҡһындар!
18Ҡулың уң яғыңда тороусыны –
Үҙең ныҡлыҡ биргән әҙәм улын ҡурсалаһын!
19Шул саҡта беҙ Һинән тайпылмабыҙ.
Йәшәү бир беҙгә, исемеңде әйтеп саҡырырбыҙ!
20Йә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы,
Беҙҙе элекке хәлебеҙгә ҡайтар,
Йөҙөң беҙгә нурын сәсһен – ҡотолоу табайыҡ!
Copyright information for
BakIBT2023