Psalms 82
1Йыр. Асафтың мәҙхиәһе.2Эй Алла, өндәшмәй ҡалма,
Өнһөҙ генә тик торма, Илаһым!
3Ҡара, дошмандарың шаулашалар,
Баштарын ҡалҡыта нәфрәтлеләр.
4Халҡыңа ҡаршы мәкер ҡоралар,
Ғәзиздәреңә ҡаршы кәңәш тоталар.
5«Әйҙәгеҙ, был милләтте юҡ итәйек, – тиҙәр. –
Исраилдың исеме лә онотолһон».
6Бергәләшеп улар һүҙ ҡуйышты,
Һиңә ҡаршы килешеү төҙөштө:
7Эдомдар, исмәғилдәр,
Моавтар, һағриҙар,
8Гевал, Ғаммон, Ғәмәлек,
Пелешеҫ менән Тир халҡы.
9Ашшур ҙа уларға ҡушылды,
Лут нәҫелдәренә терәк булды. Села
10Уларға Мидйәнгә эшләгәнеңде,
Ҡишон буйында Сисера менән
Явинға ҡылғандарыңды эшлә –
11Һин уларҙы Ғейн-Дорҙа ҡырып һалдың;
Тупраҡҡа тиреҫ булдылар.
12Башлыҡтарын Ғорев менән Зеев һымаҡ,
Юлбашсыларын Зәвах менән Салмуннағ һымаҡ ит.
13Сөнки улар: «Әйҙәгеҙ, Алланың утлауҙарын
Үҙебеҙгә алайыҡ», – тип әйткән булған.
14Эй Илаһым, Һин уларҙы ҡойондағы туҙан,
Елгә осҡан кәбәк һымаҡ туҙҙыр!
15Урмандарҙы көлгә әйләндергән ут,
Тауҙарҙы ялмаған ялҡын һымаҡ,
16Дауылың менән ҡыуала,
Ғәрәсәтең менән дәһшәткә һал!
17Йөҙҙәрен мәсхәрә менән ҡапла,
Һинең исемеңде, Раббы, эҙләй башлаһындар.
18Мәңге оят менән дәһшәт эсендә ҡалһындар,
Хурлыҡҡа төшөп юҡҡа сыҡһындар.
19Белһендәр: Һинең исемең – Раббы,
Ер йөҙөндә Һин Юғарыларҙан Юғары Алла!
Copyright information for
BakIBT2023